Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә табылған сабыйҙы уллыҡҡа алмаҡсылар 11.09.2017

Август аҙағында яңы ғына тыуған малай Өфөнөң төньяҡ өлөшөндәге беседкаларҙың береһендә табыла. 17-се ҡала клиник дауаханаһына килтергәндә ул өшөп өлгөргән була. Шулай ҙа табиптар тикшереүе күрһәтеүенсә, бала сәләмәт булып тыуған.

Уның сама менән 18-19 август тирәһендә донъяға килеүе ихтимал. Полиция баланың ата-әсәһен эҙләп ҡарай. Әммә һөҙөмтә юҡ. Өс аҙна табиптар күҙәтеүе аҫтында булған малайҙы әле уллыҡҡа биреү өсөн документтар әҙерләнә. Буласаҡ ата-әсә шәхестәрен танытмауҙы хуп күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика