Балаларҙы дауаларғамы, әллә уҡытырғамы? 06.01.2015

Иглин районынан Таһир Фәсхетдиновтың буласаҡ һөнәр һайлауына табип һәм уҡытыусы булып эшләгән ата-әсәһенең йоғонтоһо ҙур була. Шулай ҙа ул атаһының юлынан китә.

Биш йәшлек Аринаның кескәй йөрәгенә дүрт йыл элек операция яһағандар. Бөгөн ул әсәһе менән Иглин районы үҙәк дауаханаһына табипҡа күренергә килгән. Пациентҡа йылы мөнәсәбәттә булыу, диагнозды дөрөҫ ҡуйыу - дауалауҙың төп өлөшө. Был тәңгәлдә Таһир Фәсхетдинов үҙ эшен яуаплы башҡара. Таһир Ғәфүр улы Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡығанда уҡ баш ҡалала фельдшер булып эш башлай. Бер аҙ тәжрибә туплағандан һуң, Благовещен районында хеҙмәт юлын дауам итә. Дүрт йыл элек Иглин районына күсенә. Ошо йылдар эсендә коллегалары араһында ҙур абруй ҡаҙана. Уның етәкселегендә балалар һәм бәпес табыу бүлеге ҙур уңыштарға өлгәшкән. Әйтәйек, быйыл сабыйҙарҙың үлем осраҡтары республика күрһәткестәренән ике тапҡырға кәмегән. Таһир Фәсхетдинов, Иглин районы үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары: «Был уңыш коллективтың көсөгөргәнешле эшмәкәрлегенә бәйле. Берҙәмлектә - көс. 2014 йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамланыҡ». Табип һөнәре дежурлыҡ эше, йоҡоһоҙ төндәр һәм стресслы ваҡиғаларҙан тора. Коллективта яҡшы мөнәсәбәт булғанда ғына ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеп була. Таһир Ғәфүр улы атаһының юлынан китеүенә үкенмәй. Бөгөн үҙенең ҡыҙы ла табип һөнәре буйынса белем ала. Ҡатыны иһә ошо уҡ дауаханала психолог, ауырлы ҡатындар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән эш алып бара. Егерме йылға яҡын балалар табибы булып эшләгән уҙаман Гиппократ антына хыянат итмәй. Тормош девизы ла - һаулыҡ һағында булыу, кешеләргә ярҙам итеү. Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте. Ул Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика