Бөгөн - бөтә  донъя шәфҡәт туташтары көнө 12.05.2016

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәүсе Светлана менән Айрат Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе өсөн был көн икеләтә байрам. Сөнки ир менән ҡатын медицина өлкәһендә иңгә-иң терәп эшләй.  

Йәрмөхәмәтовтар Йәнтеш ауылына Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң килеп төпләнә һәм ун йылдан ашыу инде Һаҡмар шифаханаһында  хеҙмәт итә. Ғаилә башлығы белемен камиллаштырып, массаж яһаусы һөнәрен үҙләштерһә, Светлана Салауат ҡыҙы шәфҡәт туташы вазифаһында үҙ эшенең оҫтаһы тип танылған.  
Изге һүҙле шәфҡәт туташын хеҙмәттәштәре һәм шифаханала ял итеүселәр тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Йәш быуынды  һауыҡтырыусы учреждениеның шәфҡәт туташы пациенттарға һәр ваҡыт иғтибарлы, йылы мөнәсәбәттә булыуы менән айырылып тора.
Йәрмөхәмәтовтар Йәнтеш ауылының йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй, өс ҡыҙ тәрбиәләй. Ҡыҙҙар кеше һаулығы өсөн оло яуаплылыҡ тойған ата-әсәһенән өлгө алып үҫә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика