Һаулыҡ һаҡлауҙа яңы мөмкинлек 13.02.2016

Бөгөн Өфө табиптары сираттағы  уникаль операция эшләне. Бәләкәй уйымдар аша башҡарылған әмәлиәт заманса технология ярҙамында башҡарылды.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов  бөгөн үҙе операция өҫтәле артында. Уның һәр хәрәкәте, аҙымы төплө уйланылған. Онлайн бәйләнештә уны һәм коллегалары эшмәкәрлеген 250 -нән ашыу студент ҡарай. Волга буйы федераль округында урология өлкәһендә иң алдынғы тип танылған  хирург, үҙ эшмәкәрлегендә заман алымдарын ҡыйыу ҡуллана. Уның ҡул аҫтында эшләүсе коллегалары бөгөнгө операция һөҙөмтәһен бөтә донъя күләмендә Американың Сан-Диего ҡалаһында яҡлаясаҡ.  
Лапороскопия - хирургияның заманса алымы.  Был ысул тәндә ҙур йәрәхәттәр ҡалдырмай, эске органдарға бәләкәй уйымдар аша үтеп инелә. Яман шеш менән зарарланған һейҙек ҡыуығын алып урынына эсәктәрҙән яңыһын ҡуйыу  өсөн тәрән эҙҙәр кәрәкмәй.
Валентин Павлов, БДМУ ректоры, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре: «Быға тиклем бындай операциялар пациенттың зәғифләнеүенә килтерә ине, хәҙерге ваҡытта заман технологиялары ярҙамында, ауырыу яман шештән генә ҡотолоп ҡалмай, ҡәҙимге һау кешеләр тормошо менән йәшәй ала».
Хирургия хаталарҙы һәм яңылышыуҙарҙы ғәфү итмәй. Шуға ла яуаплы операцияға тотонор алдынан йәш хирургтар бына ошондай симуляцион тренажерҙа оҫталығын камллаштыра. Юғары оҫталыҡҡа ирешеү маҡсатында һәр хирург бер-нисә мең сәғәт күнекмә үтергә тейеш.
Бөгөнгө уникаль операция буласаҡ хирургтар өсөн әһәмиәтле. БДМУ-клиникаларында бындай операциялар йыш үткәрелә. Башҡортостан студенттары өсөн юғары кимәлдәге оҫталыҡ дәрестәрендә Рәсәйҙең һәм донъяның билдәле хирургтары ла ҡатнаша.
Азат Зәйнәғов, БДМУ-ның  6-сы курс студенты: «Үҙебеҙҙең ректор башҡарыуында оҫталыҡ дәрестәре операцияларҙың маҡсатын аңларға ярҙам итә. Бөгөн эшләнгән уникаль операция беҙҙе, йәштәрҙе хирург булараҡ үҫешергә, замандан алда барырға өндәй».
Хирургтар туҡтауһыҙ  кеше ғүмере өсөн көрәшә. Был көрәштә сыныҡҡан, профессиональ һәләтен үҫтергән, медицинаны һәм хирургияны юғары кимәлдә белгән кешеләр генә эшләй ала. Бөгөнгө кимәлдәге операциялар Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек эре ҡалаларында ғына үткәрелгән. Бөгөнгөһө Башҡортостанда һәм Волга буйы федераль округында беренсе тапҡыр башҡарылып, уңышлы үтте. Дүрт сәғәттән ашыу һуҙылған әмәлиәттә ҡатнашыусы хирургтар  үҙҙәрен оҫта һөнәрмән итеп күрһәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика