Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге һағында 10.11.2015

Әбйәлил районында -үткән республика ғилми-ғәмәли конференцияһында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Кәңәшмәлә район-ара перинаталь үҙәк етәкселәре, төрлө төбәктәрҙән йыйылған акушер-гинекологтар ҡатнашты.

Семинарға йыйылыусылар ашығыс акушер-гинеколог ярҙамын ойоштороу үҙенсәлектәре буйынса етди фекер алышты. Был йәһәттән ауырлы ҡатын-ҡыҙға ситтән кәңәш биреүгә хоҡуҡлы үҙәктәрҙең эшен йәнләндереү мөһим. Белгестәр шулай уҡ   баланың сәләмәт тыуыуы акушер-гинекологтың һәләте һәм белеменә генә бәйле түгел тигән фекерҙә. Быға буласаҡ ата-әсәнең рухи, матди һәм физик яҡтан әҙер булыуы ла шарт. Бынан тыш, табиптар халыҡтың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлауҙа  урындағы шифахананың роленә лә айырым туҡталды.
Лилиә Дауытова, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты: «Ҡатын-ҡыҙ бала табырға тейеш. Бының өсөн 20 - 25 йәш - уңай осор. Үкенескә күрә, күптәр был ваҡытта үҙҙәренең  әсә булырға  рухи һәм матди яҡтан әҙер булмауына һылтана. Әммә тәбиғәт ҡанундары беҙҙең һорауҙар һәм ихтыяждар менән иҫәпләшмәй. Бала табыуҙы «һуңғараҡ»ҡа  ҡалдырғандар¬ҙың һуңлап ҡуйыуы ла ихтимал. 30 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив системаһы һүлпәнәйә башлай. Ә 35 - 40 йәштә балаға уҙыу хәүефле».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика