Ғафури районының Сәйетбаба кеүек төпкөл ауылдарҙа халыҡ һәр дәүерҙә белемле, сабыр табиптарға күҙ терәп торған 21.12.2015

Башҡортостандың иң ҙур башҡорт ауылында Әмир Заһиҙуллин 40 йылға яҡын участка табибы вазифаһын башҡара.

Сәйетбабанан ғына 60-тан ашыу юғары белемле табип сыҡҡан. Улар бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Ауылда медицинаның иң тәжрибәле һөнәрмәне  Әсҡәт Резбаев хаҡлы ялға сығыу менән, Әмир Ноғоман улы Заһиҙуллин һис икеләнеп тормай, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тынғыһыҙ һәм яуаплы эштә үткән дүрт тиҫтә йыл эсендә Әмир Ноғоман улы үҙен белемле табип, тормош ығы-зығыһына бирешмәгән кешелекле һәм сабыр уҙаман итеп таныта.
Яҡындары, бигерәк тормош иптәше Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы  тарафынан уның  эшенең яуаплығын аңлау тойғоһо бар.  Заһиҙуллиндарҙың ишеге ашығыс ярҙамға мохтаждарға һәр ваҡыт асыҡ.  Әмир Ноғоман улының телефоны тынып торған минуттар  бик һирәк, ул  һәр ваҡыт ауырыуҙар менән бәйләнештә.
Ике ауыл советына  ҡараған ун алты ауылда йәшәүсе халыҡтың һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплы Әмир Заһиҙуллин. Сәйетбабала ғына 3200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Улар араһында ауыр сирлеләр ҙә  бар. Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙән тыуған яғына ҡайтҡан беренсе төркөм инвалиды  Марат Һиҙиәт улын аяҡҡа баҫтырыуға ла күп көс һала. Шөкөр, бөгөн  ауырыуҙың  хәле яҡшыра. Йөрәк сиренән яфаланыусы Марат Һиҙиәт улының ҡатыны Фәриҙә Хөсәйенова   Әмир Ноғоман улы йөҙөндә  ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтеүсе тылсымсыны  күрә.
Яңы йыл ирле-ҡатынлы Заһиҙуллиндарҙың яратҡан байрамы. Яңы йыл куранттары һуҡҡанда ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүгә улар күнегеп бөткән.
Әмир Ноғоман улы һайлаған һөнәрҙең нескәлектәрен ҡыҙҙары Рузилә менән улы Ринат та бала саҡтан күреп үҫә. Ринат медицина юлынан киткән. Улының донъялағы иң кәрәкле һөнәр һөнәр һайлауы, хирургия өлкәһендә үҙ урынын табыуы  һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҡырҡ йылға яҡын егелеп эшләүсе Әмир Ноғоман улы өсөн оло ғорурлыҡ.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Сәйетбаба ауыл дауаханаһы табибы Әмир Ноғоман улы Заһиҙуллин 40 йылға яҡын Гиппократ антына тоғро ҡала. Үҙ эшен намыҫ менән башҡарыусы ир-уҙаман бер нәмәгә лә ҡарамай: «Һөнәрем - яҙмыш бүләгем» тип  ышаныс менән әйтә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика