Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан шифаханалары эшмәкәрлеген артабан камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан шифаханалары эшмәкәрлеген артабан камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды 11.02.2018

Кибеттәрҙә генә түгел, хатта тап күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән ресторан, барҙарҙа ла . Нимәгә килтерер батырайып алған кешеләргә юҡ тип әйтеүе? Эсклелек кәмерме, әллә табиптарҙың эше артырмы?

Был  тәҡдимде Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова индерҙе. Уның фекеренсә, яңы тәрбиә алымы,  тыйыу эскелекте кәметеүгә килтерәсәк. Әле иһә закон буйынса тауар витринала тора икән һатылырға тейеш.  Аҡсаң ғына булһын.  Кеҫәһе ҡалын кешегә бар ишектәр ҙә асыҡ. Клиент һәр ваҡыт хаҡлы.
Һатыусылар ҙа  шундай уҡ фекерҙә, хеҙмәт хаҡы өсөн генә  түгел, эскән кешегә һатып ҡотолоуың  хәйерле.  Юғиһә,   туҡмап сығып китеүҙәре лә ихтимал. Сөнки тап һуғып алған кеше хоҡуҡ дауларға,  талап итергә, көс ҡулланырға ярата.  
Психологтар фекеренсә,  спиртлы эсемлектәр ҡулланғанда холоҡ-фиғел, ҡыланыштар үҙгәрә, кешенең  айнығас  ҡылыҡтары өсөн оялыуы ла мөмкин.  Әммә иҫерек ваҡытта  ул үҙен  тау аҡтарырлыҡ көслө, батыр итеп тоя. Тик был мираж ғына.  Ә бармен-һатыусыларҙы  күңеленә шайтан оялаған кешегә ҡаршы сығарыу яуапһыҙлыҡ, уларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу. Йәки янда һәр ваҡыт көслө һаҡсылар тороға тейеш.  Сөнки иҫеректәрҙән нимә көтөргә лә белеп булмай. Икенсенән, бер эскән кеше лә  аяғында саҡ торғанын танымай һәм айыҡмын тип иҫбатлап маташасаҡ.
Табиптар был фекер менән килешмәй. Иҫерек кешеләргә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кәрәк. Статистика мәғлүмәттәре буйынса йыл һайын донъяла йәшел йыландан ағыуланып йәки төрлө сирҙәргә дусар булып  3 миллиондан ашыу кеше  вафат була. Икенсенән, иҫеректәр йәмәғәтселеккә лә ҡурҡыныс менән янай. Тап ошо артыҡ граммдарҙың енәйәткә юл асыуы ихтимал.
Мәсьәләнең иҡтисади нигеҙе лә бар. Спиртлы эсемлектәр әйләнешенән ҡаҙнаға табыш килә. 2017 йылда  Башҡортостандың  сауҙа үҙәктәре 4 миллион 400  декалитр алкоголле эсемлек һатҡан, йәғни бер кешегә  уртаса 11 литрҙан тура килә. Ә рәсми һатыу системаһына сикләү индереү йәшерен иҡтисадҡа этәргес яһай. Иҡтисадсы Илдар Ғәбитов фекеренсә, һуңғы осорҙа ошондай уйланып бөтөлмәгән, сейле-бешле тәҡдимдәр йыш осрай.
Эскелеккә ҡаршы көрәш  хуплауға лайыҡ. Араҡыны төнгө сәғәт 11-ҙән һуң һатыуҙы тыйыу һөҙөмтәһеме, халыҡтың үҙаңы үҫешәме спиртлы эсемлектәр ҡулланыу кәмей. Сағыштырыу өсөн, 8 йыл элек Рәсәйҙә бер кешегә 18 литр иҫерткес эсемлек тура килһә, былтыр 10-11 литр.  Әммә тәҡдим бар яҡлап та уйланырға, шул уҡ һатыусы, бармендарҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫҡа тейеш. Әлбиттә,  һаулыҡ һаҡлау министрлығының тағы бер проекты бар. Ул алкоголь продукцияһын күҙ алдынан йәшереү. Йәғни,  махсус  кибеттәрҙә һатыу йәки төптәрәк айырым бүлмә асыу. Табиптар фекеренсә, арбау алымы ла бар. Ялтырауыҡ  этикеткалар ҙа кешене эскелеккә этәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку