«Изге шаяртыу минуты»

 «Изге шаяртыу минуты» 05.09.2014

Башҡорт дәүләт университеты республика шаяндарын һәм отҡорҙарын хәйриә акцияһына йыйҙы. Сараның маҡсаты - уҡыу йортоноң  психология факультеты студенты, яман шешкә ҡаршы көрәшеүсе  Ангелина Бернадинаға ярҙам итеү.

Студенттар Ангелинаға ярҙам итергә теләй. Ошондай маҡсат менән республика шаяндары һәм отҡорҙары изгелек кисәһенә йыйылды. Тамашаға йыйылыусыларҙы ҡыҙыҡлы сығыштар ҡарау түгел, Ангелина яфаланған ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көрәшеү берләштерә.
Павел Жуйков, А. Бернадинаның дуҫы: «Мин Ангелинаға көс теләйем, сөнки уға һигеҙ химия терапияһы курсын үтеп, ҡатмарлы операция кисерергә кәрәк. Ангелина кеүек алсаҡ, изге күңелле ҡыҙ йәшәргә тейеш. Бөгөн беҙ ойошторған акция уға әҙ генә булһа ла ярҙам итер тип ышанам».
Ангелина ауырыуы тураһында белгәс дауаланыу юлдарын эҙләй башлай. Германияла тикшеренеү курстары үтә. Сит ил табиптары әйтеүенсә,ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин. Тик ҡиммәтле операцияға 5 миллион һум күләмендә аҡса кәрәк. Әлегә уның 45 проценты йыйылған.
 Алина Хөснөтдинова, БДУ-ның психология факультеты студенты: «Әхирәтемдең һауығыуын теләйем. Беҙ бергәләп уға ярҙам итһәк, ул аяҡҡа баҫасаҡ. Бөгөн акцияға йыйылған командалар бөтәһе лә Ангелинаға ярҙам итергә теләй».
Ангелинаны университет студенттары әүҙем, ижади ҡарашлы, ихлас, ярҙамсыл ҡыҙ тип белә. Быға акцияға килгән зал тулы тамашасылар - асыҡ дәлил. Кеше ҡайғыһына битараф булмаған һәр кем ҡыҙға ярҙам итә ала. Бының өсөн 8-987-48-75-265 телефоны аша бәйләнешкә инергә йәки  4276880085425654 иҫәбенә аҡса күсерергә кәрәк. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Зилиә Әбелғатина.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку