«Тамыр» телеканалы — «Алтын нур» премияһы лауреаты

«Тамыр» телеканалы — «Алтын нур» премияһы лауреаты 27.10.2016 «Тамыр» телеканалы юлдаш, кабель һәм интернет телевидениеһы өлкәһендә «Алтын нур» милли премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды. Премия Мәскәүҙәге «Геликон-Опера» театрында тапшырылды.


«Балалар телеканалы» исеменә «Тлум HD», «Ginger HD» һәм «Тамыр» телеканалдары дәғүә итте. Һөҙөмтәлә беҙҙең телеканал еңеүсе тип танылды. 1990 йылдарҙа үҙәк каналдарҙа балалар өсөн тапшырыуҙар юҡҡа сыҡҡас, Башҡортостанда «Тамыр» барлыҡҡа килде, тине легендар диктор, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Ангелина Вовк, статуэтканы тапшырып. Төбәктәр ауырлыҡтарҙы йырып сығырға көс тапты һәм балалар өсөн һәйбәт тапшырыуҙар төшөрә башланы. Баһалама ағзалары «Тамыр» телеканалының үҙенә генә хас йөкмәткегә эйә булыуына иғтибар итте.

«Был — беҙҙең телеканалға бик юғары баһа, — тип һөйләне «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Төбәк телевидениеһын ойоштороу бер ҡасан да еңелдән булманы. Көрсөк башланғас, хәл тағы ла ҡатмарлашты. Әммә беҙ: «Балалар тормошта ла, телевизорҙа ла көрсөктө һиҙергә тейеш түгел; бала саҡ бәхетле булырға тейеш; беҙ, өлкәндәр, барыһын да эшләй алабыҙ» тигән һүҙҙәрҙе көн һайын доға урынына ҡабатлайбыҙ».

«Алтын нур» – тематик каналдар араһында конкурс. Уның маҡсаты – тематик программалар һәм каналдар булдырыу өлкәһендә сифат стандарттарын, телеканалдарҙы билдәләү, шулай уҡ индустрияны артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Милли премияның жюри ағзалары — илебеҙ журналистикаһы оҫталары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Быйыл премия Рәсәйҙә даими телетапшырыуҙар төшөрә башлауҙың 85 йыллығына арналған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы



Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку

 
Яндекс.Метрика