Өфөлә «Тамыр» телеканалына Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар киләсәк

Өфөлә «Тамыр» телеканалына Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар киләсәк 19.04.2017 25-26 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллығы уңайынан балалар өсөн ҙур байрам ойошторола. Юбилейға федераль каналдарҙан, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһынан ҡунаҡтар, Ҡаҙағстан, Татарстан, Саха-Яҡут, Удмуртия балалар телеканалдары етәкселәре саҡырылған. Байрамдың махсус ҡунағы — «АБВГДейка» тапшырыуының художество етәксеһе һәм алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Татьяна Черняева.

Тамашасыларҙы «Тамыр» йыр студияһы һәм республиканың төп балалар коллективтары ҡатнашлығында сағыу концерт программаһы көтә. Байрамдың ижади төркөмө «Тамыр»ҙың тәүге алып барыусылары менән бергә бер нисә сығыш әҙерләй. Бынан тыш, матбуғат конференцияһы, түңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ кластарын ойоштороу ҡаралған, ҡунаҡтарҙың төрлө тапшырыуҙарҙа ҡатнашыуы көтөлә.

«Тамыр»ҙың юбилей саралары айҙан ашыу дауам итә. 2 мартта, телеканалдың тыуған көнөндә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Балалар көнө» һәм уҡыусылар өсөн «Беренсе! Һинеке! Йондоҙло!» исемле дискотека ойошторолдо. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн «Родина» кинотеатрында телевизион фильмдар күрһәтелде. «Тамыр» телеканалы кубогы өсөн уҡ атыусылар ярышы «Уғатар», Асыҡ ишектәр көнө сағыу ваҡиға булды.

bashinform.ru



Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку

 
Яндекс.Метрика