Экономика янылыктары

Экономика янылыктары

Өфөлә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы асылды

Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре етәкселәре, илселәр ҡатнаша.

Һатырға ярамай, һаҡларға, әллә һатырға, һаҡларға ярамай

Был осраҡта бер өтөр һөйләмдең мәғәнәһен үҙгәрткән кеүек. Йылдар дауамында предприятие-хужалыҡтарҙың яҙмышы ла ошолай хәл ителеп килде. Һәм көрсөккә терәлгән бар ойошмалар ҙа һаҡланмай юҡҡа сығарылды. Әммә киләсәктә хәл үҙгәреүе мөмкин. Белгестәр булғанды ҡоротҡансы, финанс яҡтан һауыҡтырыуҙы тәҡдим итә. Тотош ил халҡын борсоған банкрот, көрсөккә ҡаршы көрәш проблемаһы Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй конференцияһында тикшерелде.

Эш сәфәре

Марокконың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Әбделҡәҙер Лешехеб республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Ҡунаҡтың эш сәфәренең маҡсаты - Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек булдырыу.

Рәсәйҙә 1 апрелдән пенсия арта

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығы рәйесе Фоат Хантимеровтың белдереүенсә, ҡартлыҡ буйынса уртаса хеҙмәт пенсияһы 9 мең 200 һум буласаҡ.

Республикала эш хаҡы буйынса бурыс 74 миллион һумдан ашҡан

Бирәсәк башлыса бөлгөнлөккә төшкән ун биш ойошма иҫәбенә тура килә. Был иһә хеҙмәтсәндәрҙең эшләгән аҡсаларын бөтөнләй ала алмаясағына ишара. Мәсьәләне хәл итеү юлдары эш хаҡы бурыстарын бөтөрөү буйынса ведомство-ара координация советы ултырышында тикшерелде.

Башҡортостан предприятиелары йылды табыш менән башланы

Ғинуарҙа урта һәм эре предприятиеларҙың килеме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 21 процентҡа артҡан.

Ипотека. Ни өсөн Өфөлә торлаҡҡа хаҡ арта?

Арзан ипотека булырмы?
Республика Президенты бөгөн банк йәмәғәтселеге менән осрашты. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостандың иҡтисади күрһәткестәре Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән юғары.

Дәүләт заказдарын урынлаштырыу асыҡ булырға тейеш

Был турала бөгөн Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса комитеттың коллегия ултырышында Илшат Тажетдинов белдерҙе. Был йәһәттән махсус сайт асылған, форум эшләй башлаған.

Башҡортостанда инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса стандарт индерелә

Пилот проекты ҡулланыласаҡ исемлектә Рәсәйҙең алға киткән ун төбәге бар. Документ үҙ эсенә 15 пунктты ала. Стандартта ҡаралған маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн республика Президенты ҡарамағында Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ойошторолған, уға төрлө өлкә белгестәре ингән. Бөгөн советтың ултырышы үтте. Һөйләшеүҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм барлыҡҡа киләсәк

Был турала онлайн конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов белдерҙе.

БЮТ проекттары

  • Ғәфү итегеҙ, бүлек тулыландырыла.

  • Тапшырыуҙың геройҙары башлыса ижад һәм сәнғәт өлкәһендә уңышҡа ҡаҙаныусылар: композиторҙар,...

  • Һинең яңылыҡтарың хаҡында бөтәһе лә белһен тиһәң, сюжеттарыңды goranews@mail.ru. электрон...

  • Ғәфү итегеҙ, бүлек тулыландырыла.

  • Ҡайҙа йәшәүеңде, ата-бабаларыңды белергә кәрәк. Мауыҡтырғыс тарих, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар – улар...

  • “Тамыр” менән — 20 йыл!— Балалар улар мәнфәғәтендә телевидениела эшләгән ағай-апайҙарына дан...

  • Беҙҙең төп бурысыбыҙ - балаларға йыр-моң донъяһын асыу, музыкаға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.
    ...

  • Ауыл ерендә үҫеп, тәрбиәләнеп, бәләкәй Ватанынан ситтә танылған шәхес булып тыуған яҡтарына...

  • Орнамент – халыҡтың тормошо һәм көнкүреше тураһында быуаттар төпкөлөнән килгән тәғлимәт....

  • Февралдә Силәбе башҡорто Денис "Сыңғыҙхан"дың — Шафиҡовтың — Бөйөк Британияла уҙған алышта...

  • Тамыр студияһы ойошторған «Сулпылар» республика телевизион конкурсы 1992 йылдан үткәрелә....

  • Ғәфү итегеҙ, бүлек тулыландырыла.