Сибайҙа хоккей буйынса Николай Антонов иҫтәлегенә турнир үтте | 21.02.2012
21.02.2012
Тәүге ярыштар «Труд» стадионында үтһә, быйыл ул «Ирәндек» боҙ һарайында уҙҙы. Турнирҙа майҙан хужаларынан тыш Өфө, Силәбе, Орск һәм Магнитогорск ҡалалары командалары ҡатнашты.
Беренсе булып «БСТ-Уфимец» менән майҙан хужалары - Сибайҙың «Горнягы» осрашты. Командалар көйәрмәндәргә йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы уйын күрһәтте. Төп ваҡыт 4:4 иҫәбенә тамамланып, еңеүсе тик буллиттар серияһында ғына билдәләнә. «БСТ-Уфимец» командаһы хоккейсылары мәргәнерәк һәм отҡорораҡ була.
Артабан яҡташтар Силәбе менән Магнитогорск хоккейсылары үҙ-ара көс һынашты. Уйын футбол иҫәбе менән силәбеләр файҙаһына 1:0 менән тамамланды. Өсөнсө уйында иһә майҙан хужалары Орск ҡалаһы хоккейсыларын 6:1 менән тар-мар итте.
Киләһе уйындарҙа Өфөнөң «Авиатор»ы Силәбе хоккейсыларын 8:2, ә «БСТ-Уфимец» Орскиҙан «Көньяҡ Урал»ды 5:2 иҫәбенә ҡыйратты. Турнирҙың беренсе көнөн Өфөнән «Авиатор» менән Магнитогорскиҙан «Кредо» командалары араһындағы уйын тамамланы. Был уйында Магнитогорск хоккейсылары көслөрәк була, иҫәп 3:1.
Ярыштың икенсе көнөндә финал уйындары башланды. Өсөнсө урын өсөн көрәштә «Горняк» менән ут күршеләре «Кредо» «сәкәләште» һәм 5:2 иҫәбенә еңеп, хужалар призлы 3-сө урынды яуланы. Финалда Өфө командалары үҙ-ара осрашып, кемгә кубок эләгәсәген хәл итте. Көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы уйында «Уфимец-БСТ» командаһы 4:3 иҫәбенә еңеп, Антонов исемендәге кубок хужалары исемен яуланы.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында «Салауат Юлаев» менән «Металлург» хоккей клубтарының талисмандары ла ҡатнашты. Сибай хоккейсылары киләһе йыл кубокты үҙҙәрендә ҡалдырыр өсөн бар көсөн һалып тырышасағын белдерҙе.
Азат Ҡотошов.

Комментарийҙар
Комментарий өҫтәргә
Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.