Моряктар етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләне | 21.02.2012

Моряктар етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләне

21.02.2012

Моряктар етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләне

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында диңгеҙ флоты хеҙмәткәрҙәре етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләне.

Вена вальсы, хәрби оркестр һәм йырҙар. Моряктар етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләне. Башҡорт дәүләт академия драма театрында тантаналы йыйылыш үтте.
Фәрит Ғәләүев Ватанды һаҡлауға 32 йыл ғүмерен бирә. Жданов крейсерында капитан ярҙамсыһы вазифаһында ул Урта диңгеҙҙе арҡырыға буй гиҙеп сыға. Һуңынан Тымыҡ диңгеҙ училищеһында буласаҡ Ватан һаҡсыларын тәрбиәләй. Йылдар үтә, әммә диңгеҙ хаҡындағы хәтирәләр һүрелмәй, ти запастағы моряк.
Фәрит Ғәләүев кеүек утты-һыуҙы кискән хәрбиҙәрҙең һәр береһе тураһында китап яҙырға мөмкин. Сарала капитандар, адмиралдар, диңгеҙ һәм йылға училищеһы курсанттары, летчиктар, Афған һуғышы ветерандары ҡатнашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йыйылыштың төп маҡсаты - йәш быуында Ватанға һөйөү тәрбиәләү.
Шулай уҡ тантанала «Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы» акцияһы ла ойошторолдо. Унда һәр кем данлыҡлы генералға «Рәсәй Геройы» исемен биреү өсөн ҡултамға ҡуйыу мөмкинлегенә эйә булды.

Булат Камалов.

Здесь должно быть размещено Flash-содержимое, однако ваш браузер не поддерживает его отображение. Попробуйте установить или обновить Flash-плеер.

Комментарийҙар

Комментарий өҫтәргә

Бында яҙылғандар сер итеп һаҡлана һәм бүтән ҡулланыусыларға күренмәй.

Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.

Лента новостей

Вверх