Һайлауға әҙерлек дауам итә | 21.02.2012
21.02.2012
Бөгөн «Белая река» нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһы республика Үҙәк һайлау комиссияһына һайлау бюллетендәрен тапшырҙы. Бюллетендәр бер тәүлек эсендә район-ҡалаларҙың территориаль һайлау комиссияларына таратылырға тейеш.
Тимер ишекле бүлмә, законға ярашлы, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары менән сәйәси фирҡәләрҙең ышаныслы кешеләре күҙәтеүендә асылды. Бында бөтә республика һайлаусыларына тәғәйен бюллетендәр һаҡлана. Тәү сиратта күҙәтеүселәр уларҙың тейешле күләмдә булыуын һәм теүәл һаҡланыуын тикшерергә бурыслы.
Типографияла һайлауға яраҡһыҙ 11 мең 425 бюллетень дә бар. Улар күҙәтеү аҫтында юҡ ителә. Баҫма һәм фото формалары уртаға бөкләп яраҡһыҙ хәлгә килтерелә.
Артабан һайлау бюллетендәрен махсус элемтә федераль хеҙмәте һаҡ аҫтында райондарға таратырға тейеш.
Әлеге ваҡытта нәшриәт хеҙмәткәрҙәре һайлау бюллетендәрен махсус фураларға тултыра. Улар бер тәүлек эсендә бюллетендәрҙе республиканың 69 территориаль һайлау комиссияларына таратырға бурыслы.
Рәшит Тайбугин.

Комментарийҙар
Комментарий өҫтәргә
Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.