Йыл әйләнәһенә һыу инеү мөмкинлеге | 15.12.2011

Йыл әйләнәһенә һыу инеү мөмкинлеге

15.12.2011

Йыл әйләнәһенә һыу инеү мөмкинлеге

Ауылда йәшәүсе балаларҙың ҡыш рәхәтләнеп һыу инеү мөмкинлеге юҡ. Ә бына Әбйәлил районы мәктәптәре уҡыусылары алдында бындай һорау торғаны юҡ. Сөнки уларҙың йыл әйләнәһенә һыу инеү мөмкинлеге бар.

Район үҙәгендә урынлашҡан «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Бындағы бассейн йөҙөргә яратыусыларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә. Әле мәктәп уҡыусылары арыһында район беренселеге үтә. Һәр белем усағы ярышҡа 8 баланан торған команда килтергән. Бәйге регламентына ярашлы, бәләкәй синыф уҡыусылары 25 метрға йөҙһә, өлкәндәр 50 һәм 100 метр арауыҡҡа етеҙҙәрҙе билдәләй. Тренерҙар әйтеүенсә, спорттың был төрөн үҙ иткән балаларҙың тын юлдары үҫешә, сыныға. Шуға ла район мәктәптәре балаларҙы уҡыу йылы дауамында бассейнға даими йөрөтөргә тырыша. Район беренселегенә килгәндә, ул ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ихтыяр көсө менән бер рәттән, оҫталығын күрһәтте. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Здесь должно быть размещено Flash-содержимое, однако ваш браузер не поддерживает его отображение. Попробуйте установить или обновить Flash-плеер.

Комментарийҙар

Комментарий өҫтәргә

Бында яҙылғандар сер итеп һаҡлана һәм бүтән ҡулланыусыларға күренмәй.

Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.

Лента новостей

Вверх