Йома | 14.08.2011
"Йома" тапшырыуының маҡсаты - телевизор ҡараусыларҙы Ислам дине менән таныштырыу, уның мәғәнәһен аңлатыу, илдә, республикала булған ваҡиғалар менән таныштырыу һәм был өлкәлә белемде артабан тәрәнәйтеү.Шулай уҡ фәнни нигеҙҙәр һәм белгестәр фекеренә лә урын бар.Тапшырыу Рәсәйҙәге традицион ислам менән таныштырыуҙы төп маҡсаты итеп ҡуя.Был халыҡты башҡаларға ҡаршы көс ҡулланыу һәм артта ҡалыуға килтереүсе фанатлыҡтан, «дини» экстремизмдан арындыра. Программала төрлө йәштәге кешеләр өсөн рубрикалар бар. «Ҡомартҡы», «Фәтихә», «Аманат», «Дини хикәйәләр», «Изге китап» һ.б.рубрикалар тамашасыны дини йолалар, халыҡтар һәм диндәр тарихы,халыҡ йолалары, кәсептәре, халыҡ һөнәрмәндәре, күп балалы, хеҙмәт һөйөүсән ғаиләләр,эше һәм холҡо менән ихтирам ҡаҙанған ватандаштарыбыҙ менән таныштыра.
Программа республикабыҙҙың төп телеканалында йома һайын сыға.









Комментарийҙар
Комментарий өҫтәргә
Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.