Дарман | 10.01.2012
«Дарман» – 5 турҙан торған һәм яңы талантлы артистарҙы асыуға йүнәлтелгән музыкаль конкурс. Ике команда ҡатнаша. Һәр командала һәүәҫкәр йырсы, музыка ҡоралында уйнаған музыкант һәм билдәле артист. Уйын барышында ҡатнашыусылар популяр артистың ярҙамына мөрәжәғәт итә ала. Иң күп SMS-тауыш йыйған команда финалға сыға.
I тур: караокеға ҡушылып, ретро-йырҙар башҡарыу
II тур: таҡмаҡтар
III тур: һәр команда «остаз»ы репертуарынан популяр йыр тәҡдим итә
IV тур: тамашасылар тәҡдим иткән йырҙарҙы таныу
V тур: төрлө жанрҙағы яңы йыр башҡарыу
Турҙар араһында популяр артистар халыҡ йырҙарын йырлай.
Автор, мөхәррир һәм алып барыусы – Гөлдәр Ишҡыуатова
Алып барыусы – Йәмил Ишмөхәмәтов
Режиссер – Денис Бабаев
Режиссер ассистенты – Фидалиә Баймөхәмәтова
Монтажер – Олег Турьянов









Комментарийҙар
Комментарий өҫтәргә
Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.