Байыҡ | 10.08.2011
«Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсының маҡсаты - быуаттар буйы тупланған халыҡсан башҡарыу оҫталығын терелтеү. Конкурсты «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә 2008 йылда башлап ебәрҙе. Йыл һайын конкурста республиканан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ләп бейеүсе ҡатнаша. Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Чечен, Грек, Осетин, Ҡалмығстан, Татарстан, Бүрәт, Хаҡас республикалары бейеүселәре «Байыҡ»тың дуҫтарына әйләнде.
«Байыҡ» финалсылары Башҡортостанды Ҡауарҙа-Балҡар, Төркиә, Болгария, Дағстанда үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә лайыҡлы күрһәтте. Конкурс халыҡта танылыу яуланы.
Телевизион конкурс 18 йәштән ололарға иҫәпләнә. Унда һөнәри белеме булмаған башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыусылар ҡатнаша ала. Конкурс йыл дауамында 4 турҙа үтә: 1-се тур – һайлап алыу туры; 2-се тур – ҡатнашыусыларҙың жюри баһаһы менән билдәләнә һәм улар 3-сө турға үтә; интерактив тауыш биреү юлы менән 4-се турға һайлап алыналар. Ошонан һуң иң яҡшылары Гала-концертҡа һәм номинацияларға дәғүә итә. Йомғаҡлау йыл аҙағында Гала-концертта була.
Белешмәләр өсөн телефон: 273-66-19, 273-19-41.








