Тылсымлы ҡурай | 19.08.2011

 Тылсымлы ҡурай
Тылсымлы ҡурай

Авторы: Марсель Вәхитов
Алып барыусыһы: Марсель Вәхитов
Режиссеры: Наил Хәмитов
Сығарылыш арауығы: аҙна һайын
Сығарылыш ваҡыты: йәкшәмбе, 8-се яртыла
Жанры: документалистика элементтары менән очерк. Башҡа сараларҙан, конкурстарҙан репортаждар ҡулланылыуы мөмкин.
Теле: башҡортса
Программаның маҡсаты: проект Башҡортостандың халыҡ ижады мираҫын һаҡлау һәм пропагандалауға йүнәлтелгән.
Аудиторияһы: төрлө йәштәге, музыка, фольклор менән ҡыҙыҡһынған тамашасы.
Тапшырыуҙың форматы: һәр программа башҡорт халыҡ йырҙарының береһенә арнала (Сибай, Зөлхизә,Урал һ.б.). Алып барыусы һәр әҫәрҙең килеп сығыу тарихын һөйләй.( З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының фольклор кабинеты,Рәсәй фәндәр академияһының фонд материалдары, ТТӘИ, тарихи архив сығанаҡтары, легендалар ҡулланыла).
Тамашасылар йырҙарға төрлө интерпретациялар ҙа тыңлай ала. Тапшырыуҙы саҡырылған ҡунаҡтың клип форматындағы йә сәхнәлә төшөрөлгән концерт номеры тамамлай.

Комментарийҙар

Комментарий өҫтәргә

Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.