Йырым булһын бүләгем | 12.08.2011
«Йырым булһын бүләгем» – ял көнөнөң интерактив тапшырыуы. Һәр йәкшәмбе һәм шәмбе көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телевизор ҡараусылары туғандарын, дуҫтарын һәм һөйгән йәрҙәрен ҡотлай, сәләмдәр ебәрә.
Ҡала телефоны аша һеҙ студияға шылтыратып, тура эфирҙа юбилей, тыуған көн йәки законлы никах менән ҡотлай алаһығыҙ. Тура эфир телефон һандары: 8-809-347 2325. 1 минут хаҡы – 700 һум (2 минут – 1400, 3 минут – 2100 һум).
Шулай уҡ 8889 һандарына SMS – хәбәр ебәрергә була. Баштан ДАРЮ һүҙен (рус телендә), унан һуң текст. Подпись. Хәбәрҙәр аҙна барышында һәм тура эфир ваҡытында алына. 1 SMS – хәбәрҙең хаҡы:
Мегафон – 50,74 һум НДС менән;
МТС – 55,00 һум НДС менән;
Билайн – 50,00 һум НДС менән.
Туғандарығыҙҙы ҡотларға теләһәгеҙ, беҙгә хат яҙығыҙ. «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның хаттар бүлеге, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9. Һүҙҙәрҙең күләме - 250 һүҙгә тиклем. Беҙҙең мөхәррирҙәр һеҙгә матур һәм йөкмәткеле ҡотлау төҙөргә ярҙам итерҙәр. Бер ҡотлау заявкаһының хаҡы – 3850 һум.
Өҫтәмә хеҙмәт – ҡотлауҙы DVD дискка яҙҙырыу, хаҡы – 150 һум.
Түләүһеҙ өҫтәмә хеҙмәт – 30 секундҡа тиклем «home-video» урынлаштырыу.
Һорауҙар өсөн телефон: : 8(347)291-22-47.
«Йырым булһын бүләгем» тапшырыуы - яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ өсөн иң ҡәҙерле бүләк.









Комментарийҙар
Комментарий өҫтәргә
Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.