ӘЮЯ ҡаласығы | 15.08.2011
Яңы белем биреүсе программа балаларға башҡорт алфавитын уйын алымы менән, дөрөҫ әйтергә, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөргә, үҙ фекереңде еңел аңлата алырға өйрәтә.
Алып барыусыға ярҙам итә, йышраҡ ҡамасаулай, Хәреф\Лилиә Дәүләтбаева\ һәм Өн\Мирйән Әлмөхәмәтов\. Улар кем иртәрәк донъяға килгән, кем мөһимерәк тип һәр ваҡыт бәхәсләшәләр. Тапшырыуҙа бәләкәй, әммә тәжрибәле алып барыусылар: Наҙгөл Шәрәфүтдинова, Салауат Әбделвәлиев. Һәр яңы хәрефте балалар махсус таҡтаға урынлаштырып өйрәнәләр. Гөлназ апай кескәйҙәрҙе бармаҡ хәрәкәттәренә, һөйләшкәндә дөрөҫ тын алырға өйрәтә. Кескәй тамашасыларҙың ауыр әйтелешле хәрефтәрҙе еңел генә әйтергә өйрәнеү мөмкинселеге бар. Шулай уҡ бик күп файҙалы мәғлүмәт бирелә. Динә Талхина, Факиһа Туғыҙбаева, Рәсимә Ураҡсина шиғырҙары, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, ижектәр, һүҙҙәр, йомаҡ-һүрәттәр ҡулланыла.
Сценарий авторы Гөлназ Ишемғолова, тапшырыуҙы ҡуя һәм төшөрә Ләйсән Солтанғолова.









Комментарийҙар
Комментарий өҫтәргә
Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.