Тәмле | 12.08.2011
«Тәмле» - ғаилә өсөн тапшырыу. Киң ҡатлам тамашасыға тәғәйенләнгән. Яңы аш–һыу рецебы, билдәле шәхестәр менән танышыу тамашасыларҙың кәйефен көн дауамында күтәренке тота. Халыҡты күренекле шәхестәрҙең шәхси тормошо һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра. «Тәмле» тапшырыуында студия ҡунағы сәй өҫтәле артында үҙ тормошоноң үтә ҡыҙыҡлы яҡтарын асып һала.
Аш-һыу яраштырған арала ҡабатланмаҫ рецептар менән бергә киләсәккә пландары, матур кисерештәре менән дә уртаҡлаша. Геройҙарыбыҙ – артистар, йырсылар, композиторҙар, спортсылар, табиптар, рәссамдар, архитекторҙар – ҡыҫҡаһы, төрлө өлкәлә эшләүсе үҙенсәлекле кешеләр.
Тапшырыуҙың эфирға сығыу ваҡыты: башҡорт телендә – шәмбе, 1-се яртыла, рус телендә – йәкшәмбе, 1-се яртыла..
Алып барыусылары: Венер Камалов
Галина Морозова









Комментарийҙар
Комментарий өҫтәргә
Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.