Бәхетнамә | 08.02.2012
Тапшырыуҙа 16 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләүсе ун ике ғаилә ҡатнаша. Улар - балаларҙы тәрбиәләүҙә, белем биреүҙә, һауыҡтырыуҙа үҙҙәренең үҙенсәлекле алымдарын тәҡдим иткән ғаиләләр.
Һәр тапшырыу аныҡ ғаиләнең балаларын тәрбиәләү, белем биреү, һауыҡтырыу алымдарына арнала. Видеосюжеттар алдан: өйҙә йәки урамда , паркта , кафела, балаларҙы үҫтереү үҙәгендә төшөрөлә. Студияла иһә даими эксперттар - педагог менән психолог, саҡырылған ҡунаҡ алып барыусылар тәҡдим иткән сюжеттарҙы анализлай. Эксперттар теге йәки был тәрбиәүи алымға үҙ фекерен белдерергә, кире һәм ыңғай яҡтарын билдәләргә, тәжрибә уртаҡлашырға тейеш. Тапшырыуҙа тамашасылар ҙа ҡатнашасаҡ, СМС-тауыш биреү юлы менән оҡшаған ғаиләне һайларға тейеш. Тауыш биреү тапшырыу эфирға сыға башлағандан тамамланғансы дауам итәсәк. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы тип табылған ғаилә Башҡортостан шифаханаларының береһенә юллама менән бүләкләнәсәк.
Һәр шәмбе сәғәт 10-да Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бәхетнамә» тапшырыуын ҡарағыҙ.









Комментарийҙар
Комментарий өҫтәргә
Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.