Байыҡ

«Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсының маҡсаты - быуаттар буйы тупланған халыҡсан башҡарыу оҫталығын терелтеү. Конкурсты «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә 2008 йылда башлап ебәрҙе. Йыл һайын конкурста республиканан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ләп бейеүсе ҡатнаша. Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Чечен, Осетин, Ҡалмыҡстан, Татарстан, Бүрәт, Хакас Республикалары бейеүселәре «Байыҡ»тың дуҫтарына әйләнде.
«Байыҡ» финалсылары Башҡортостанды Ҡабарҙы-Балҡар, Төркиә, Болгария, Дағстанда үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә лайыҡлы күрһәтте. Конкурс халыҡта танылыу яуланы.
Телевизион конкурс 18 йәштән ололарға иҫәпләнгән. Унда һөнәри белеме булмаған башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыусылар ҡатнаша ала. Конкурс йыл дауамында 4 турҙа үтә: 1-се тур – һайлап алыу туры, 2-се тур ҡатнашыусыларҙың жюри баһаһы менән билдәләнә һәм улар 3-сө турға үтә, интерактив тауыш биреү юлы менән 4-се турға һайлап алына. Ошонан һуң иң яҡшылары гала-концертҡа һәм номинацияларға дәғүә итә. Йомғаҡлау йыл аҙағында гала-концертта була.

Белешмәләр өсөн телефон: 273-66-19, 273-19-41

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Ваш номер телефона для связи

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.