Сулпылар.

«Тамыр» студияһы ойошторған «Сулпылар» республика телевизион конкурсы 1992 йылдан үткәрелә. Конкурстың маҡсаты - балаларҙың ижадын үҫтереү, һәләттәрен асыу, уларға оло сәхнәгә юл күрһәтеү. Конкурста республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән ҡыҙҙар-малайҙар ҡатнаша ала. Гөлсөм Бикбулатова, Сыңғыҙ Ханнанов, Марсель Ҡотоев, Лиана Хәбибуллина, Айҙар Рәҡипов, Зөлхизә Илбәкова һәм башҡа бик күптәр ижад юлдарын тап «Сулпылар»ҙа башлаған.

Телевизион конкурста ҡатнашып ҡарарға теләүсе ҡыҙҙар-малайҙар һаны йылдан-йыл арта. Тик профессиональ аранжировка эшләтеү, Өфөгә килеү мөмкинлеге барыһында ла юҡ. Быйылдан башлап, «Сулпылар» республика телевизион конкурсының һайлап алыу турҙары район үҙәктәрендә һәм республикабыҙ ҡалаларында үткәреләсәк.

Дуҫтар, йондоҙ булып балҡырға теләһәң, «Сулпылар» һеҙҙе көтә!

Телевизион конкурстың яңы этабын иғлан итерҙән алда «Сулпылар – 2013» йомғаҡтары хаҡында әйтеп үтәйек.
Беҙ финалға сығыусыларҙың барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ. Эйе, эйе, финалға сығыусыларҙың барыһы ла - еңеүселәр.
Конкурс йыл дауамында барҙы: һайлау алыу туры мартта башланды, ә декабрҙә иһә йомғаҡ яһалды. Проект гала-концерт төшөрөү менән тамамланды. Конкурсанттарыбыҙға ныҡ тырышырға тура килде, сөнки һәр бер турға яңы йыр әҙерләргә, визиткалар уйларға, клипта төшөргә кәрәк ине. Телепроектта ҡатнашыусыларҙың йырлау оҫталығы генә түгел, шулай уҡ камера алдында сығыш яһай, интервью бирә белеүе лә баһаланды.
«Сулпылар – 2013» телевизион конкурсының һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн 230 заявка тапшырылғайны. Шуларҙың 24-е генә 2 турға үтте. Ә финалға 12 бала сыҡты һәм улар араһында призлы урындар өсөн көрәш башланды. Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың бөтә репертуарын: 2 турҙағы сығыштарын, клиптарын ҡараны. Бына улар - еңеүселәр:
1. Айтуған Ҡарабаев (Ейәнсура районы) – Гран-при
2. Гөлназ Фәхретдинова (Ауырғазы районы)- 1 урын
3. Нияз Замалетдинов (Әбйәлил районы) – 1 урын
4. Әминә Ниғмәтуллина ( Туймазы ҡалаһы) – 1 урын
5. Марат Саҙрыев (Өфө районы) – 2 урын
6. Әлиә Фәхриева (Миәкә районы) – 2 урын
7. Салауат Хәбибуллин (Ауырғазы районы) – 2 урын
8. Руфина Илбулова (Сибай ҡалаһы) – 3 урын
9. Ангелина Әхмәҙиева (Учалы районы) – 3 урын
10. Батырхан Шәйхетдинов (Өфө ҡалаһы) – 3 урын
11. Әҙилә Нафиҡова (Әбйәлил районы) – 3 урын
12. Нурия Зәйнуллина (Ҡыйғы районы) – 3 урын
Тамашасылар ҙа тауыш биреүҙә ҡатнашты: улар үҙҙәренә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн SMS-хәбәр ебәрҙе. Сибай ҡалаһынан Руфина Илбулова «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеү яуланы.
Еңеүселәрҙе тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ!
.
Выпуск от
24 / 03 / 2017 (15:31)
Тема
Описание

Все выпуски

24 / 03 / 2017 (15:31)
Сулпылар.
17 / 03 / 2017 (15:32)
Сулпылар.
10 / 03 / 2017 (15:32)
Сулпылар.
03 / 03 / 2017 (15:33)
Сулпылар.
26 / 02 / 2017 (10:59)
Сулпылар. Концерт номерҙары
Подробнее
19 / 02 / 2017 (10:58)
Сулпылар. Концерт номерҙары
Подробнее
Страницы:123...69След.
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Ваш номер телефона для связи

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.

зульфира
11.08.2014 16:07:52
Здравствуйте,вы не могли бы мне помочь в поиске выступления в программе "Сулпылар" выступали  Нигматуллин Динис и Бикбулатова Зульфира с песней "дедушкины медали",спасибо заранее.