Уңған килен

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында өр-яңы проект үҙ эшен башлай. Был мауыҡтырғыс, мәғлүмәтле тапшырыу ҡатын-ҡыҙҙар, хужабикәләр өсөн. Төп маҡсатыбыҙ:
- башҡорт телендә күңел асыуға ҡоролған тапшырыу сығарыу, милли үҙенсәлектән ситкә тайпылмайынса хәҙерге заман өй хужабикәһенең образын тыуҙырыу;
- гүзәл заттарға сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау;
- уларҙың көнкүрешен төрләндереү, зауыҡлы һәм фәһемле итеп үткәрергә өйрәтеү. Ток-шоу һәр кемдең күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
Тапшырыуҙың йөҙө - алып барыусы. Шулай уҡ телевизор ҡараусыларҙың да роле ҙур. Сөнки тамашасылар ярҙамында заман талап иткән яҡшы хужабикә булырға өйрәнергә кәрәк. Алып барыусы Гөлназ Басирова өс йыл яңылыҡтар сығарылышында әүҙем эшләгән. Гөлназ – йәш, дәртле һәм сибәр ҡыҙ. Беҙҙең һынауҙың һөҙөмтәләре ниндәй булыр, быныһын инде ваҡыт күрһәтер. Проект сиктәрендә төрлө конкурстар һәм викториналар уҙғарыласаҡ.

Лица телепроекта
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Ваш номер телефона для связи

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.

Гульназ
29.07.2014 10:40:06
можно ли просмотреть передачу Унган Килен