Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы

Электрон киң мәғлүмәт сараларының үҫеше, телекоммуникациялар селтәренең киңәйеүе, өҫтәмә каналдар асыу, Интернетҡа сығыу – былар барыһы ла эфирға яңынан-яңы талаптар ҡуя. Эфирҙың конкуренцияға һәләтлеге һәм имиджы техниканың сифатына, кадрҙарҙың профессионаллегенә бәйләнгән. Мәктәп-студия «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәренең профессиональ оҫталығын күтәреү менән шөғөлләнә.

Телерадиотапшырыуҙарҙың төп белгестәре – репортерҙар, комментаторҙар, алып барыусылар һәм эфирға сығарыусылар, режиссерҙар, операторҙар, тауыш режиссерҙары, монтаж инженерҙары, продюсерҙар, менеджерҙар, аудиовизуаль техника инженерҙары… Уларҙы беҙҙең төбәктә булмаған махсус вуздарҙа әҙерләйҙәр.

Шуға күрә 2005 йылда ойоштороусылар тәҡдиме буйынса «Башҡортостан» ТРК ДУП ҡарамағында структур подразделение – Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы («Мәктәп-студия») булдырылды.

Мәктәптең төп маҡсаты – кадрҙар әҙерләү, хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ квалификацияһын күтәреү һәм студенттарға, йәш белгестәргә стажировка үткәреү.

2007 йылда беҙ 28 махсуслашҡан программа буйынса белем биреү эшмәкәрлегенә дәүләт лицензияһы алдыҡ.

Телерадио сәнғәте Мәктәп-студияһының лицензиялы белем биреү программалары исемлеге:

  1. «Тележурналистика теорияһы һәм практикаһы»
  2. «Интервью – эфирҙың төп жанры»
  3. «Телевидение монтажы теорияһы һәм практикаһы»
  4. «Персональ компьютерҙа эшләү нигеҙҙәре»
  5. «Радиожурналистика теорияһы һәм практикаһы»
  6. «Радиожурналист оҫталығы»
  7. «Тауыш режиссураһы теорияһы»
  8. «Телевидение операторы»
  9. «Телевидение режиссураһы нигеҙҙәре»
  10. «Телмәр техникаһы һәм эфирға әҙерлек»
  11. «Экран спецификаһы»
  12. «Эфирҙа сығыш яһау оҫталығы»
  13. «Практик имиджелогия»
  14. «Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары – республикалағы милли процестар көҙгөһө»
  15. «Башҡорт телендә алып барыусыларҙың телмәр үҙенсәлектәре һәм тел стиле»
  16. «Телмәрҙә башҡорт теле поэтикаһы»
  17. «Эфирҙа рус теленең лингво-риторик аспекттары»
  18. «Иҡтисад һәм бәләкәй телерадиокомпаниялар ойоштороу нигеҙҙәре»
  19. «Методология һәм теле-радиоаудиторияны өйрәнеү методикаһы»
  20. «Медиапланлаштырыу нигеҙҙәре»
  21. «РФ һәм БР медиакиңлеге»
  22. «Алып барыусыларҙың һөйләү оҫталығы»
  23. «ТРК-ла маркетинг һәм менеджмент»
  24. «Режиссер тапшырыу төшөрөү майҙанында»
  25. «Телерадиореклама: ижад һәм иҡтисад»
  26. «Киң мәғлүмәт сараларының профессиональ эшмәкәрлегендә сит телдәр»
  27. «Киң мәғлүмәт саралары предприятиеларында бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит»

2010 йылда беҙ 2016 йылға тиклем белем биреү эшмәкәрлегенә дәүләт лицензияһы алдыҡ. Өҫтәмә белем биреү программалары исемлегенә эшсе профессияларға өйрәтеүсе курстар ҙа өҫтәлде: «Гример-пастижер», «Костюмер», «Төшөрөү техникаһы буйынса механик», «Тауыш техникаһы буйынса механик», «Видеояҙма операторы», «Яҡтыртыусы».

Урындағы ТРК операторҙары өсөн курс тамамланды. Беҙҙең уҡытыусылар: телевидение ветераны Леонид Мешков, Мәктәп-студия директоры Шәүрә Ғилманова, баш оператор Илдар Насретдинов

Мәктәп-студияла инженер лабораторияһы, лекция һәм практик дәрестәр өсөн кәрәкле инвентаре булған 60 урынлыҡ аудитория бар. Методик кабинет комплектланған. Унда профессиональ әҙәбиәт һәм матбуғат баҫмаларынан торған ҙур китапхана булдырылған. Уҡыу-методика әҙәбиәтенең электрон каталогы эшләй. Ваҡытлы матбуғатҡа һәм яңы әҙәбиәткә даими анонс биреп барыла. Мәктәп-студия папкаһында теле-радио фәне өлкәһендәге яңылыҡтар менән танышырға һәм бик күп профессиональ һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Шунда уҡ эшләнгән эш тураһында отчет һәм киләсәккә пландар бар.

4 йыл эсендә 1300 ашыу кеше Мәктәп-студияла телерадиоиндустрия һөнәрҙәре буйынса төрлө курстарҙа уҡыны, шуларҙың яртыһы курсты тамамлау тураһында дәүләт өлгөһө документтары алды. Коллективта һәр икенсе кеше тиерлек мәктәп-студия ярҙамында белемен камиллаштырҙы. Урындағы телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре - беҙҙең курстарҙың даими тыңлаусылары. Урындағы студияларҙа эшләүсе коллегаларыбыҙға методик ярҙам күрһәтеү, БЮТ каналы менән килешеү буйынса эшләүсе компаниялар эшмәкәрлеген тикшереү ҙә беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә йөкмәтелгән.

Мәктәп-студия бөгөн Башҡортостанда тармаҡ фәнен булдырыуға ярҙам итә. Элекке хеҙмәткәрҙәрҙең береһе И.Д.Ғәзизова Башҡортостан телевидениеһы үҫеше этаптары хаҡында кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа. Ә.Ә.Аҡсулпанова докторлыҡ диссертацияһы өсөн материал йыя. Штаттан тыш уҡытыусыбыҙ Е.П.Кислова эфир теле буйынса докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй, Ш,Ғ.Ғилманова ғалим-белгестәр составында «Алып барыусы имиджы» тигән һирәк тема буйынса уҡыу пособиеһын баҫмаға әҙерләй.

«2006-2010 йылдарға Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһы» сиктәрендә тел квалификацияһын күтәреү курстары. Лектор – БР мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин

Мәктәп эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – БР дәүләт телдәрен өйрәнеү һәм профессиональ эшмәкәрлектә грамоталы файҙаланыу. Уҡыуҙы ойоштороу буйынса беҙҙең тәжрибәне иҫәпкә алып, БР Хөкүмәте Дәүләт программаһы нигеҙендә электрон киң мәғлүмәт сараларында тел квалификацияһын күтәреү курстарын ойоштороуға йыл һайын Мәктәп-студияға 200 000 һум бүлә.

Һис шикһеҙ, Мәктәп-студия тарафынан ойошторолған эфир мониторингтары һәм дөйөм тәҡдимдәр; кастингтар, вакансия биләүгә конкурстар; йәмәғәт ойошмалары һәм маҡсатлы аудитория менән бәйләнеш ойоштороу; ижади һәм техник хеҙмәткәрҙәрҙе мәғлүмәт-стендтар, локаль селтәрҙәге папка аша ТВ һәм РВ теорияһы һәм практикаһы яңылыҡтары менән системалы таныштырыу коллегаларҙы ижадҡа илһамландыра.

Беҙ йәштәргә һәм эшкә яңы килеүселәргә профессия үҙләштерергә ярҙам итәбеҙ. Ә беҙҙең һөнәр теле-радио продукцияны етештереү һәм һатыу буйынса ундарса һөнәрҙе үҙ эсенә ала.

Радиорепортерҙар курсы сығарылышы. Уртала -радиотапшырыуҙар студияһы директоры Фәнүр Йәғәфәров

Мәктәп-студия курстарында дәүләт телерадиокомпания, БР ҡалалары һәм райондарының урындағы телерадиостудия, күрше төбәк ТРК хеҙмәткәрҙәре, вакантлы вазифаға дәғүә итеүселәр, радио-телеконкурстарҙа ҡатнашыусылар, телевидение һәм радиотапшырыуҙар өлкәһендә белем алырға теләүселәр уҡый ала.

Мәктәп-студияла белем биреү йыл буйына дауам итә. Ҡыҫҡа сроклы курстар 72, 36 уҡыу сәғәтенә иҫәпләнгән. Уҡытыуҙың сроктары, формаһы һәм тематикаһы кадрҙар ихтыяжынан һәм төркөмдөң формалашыуынан сығып билдәләнә.

Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһының уҡыу программаһын уңышлы үҙләштергәндәр дәүләт өлгөһө документтары: квалификацияны күтәреү курстарын тамамлау тураһында сертификат, таныҡлыҡ, өҫтәмә белем алыу тураһында танытма ала. Улар иҫәбенән ДТРК өсөн кадрҙар резервы формалаша. Кадрҙар ихтыяжын иҫәпкә алып, вазифалар биләүгә конкурстар иғлан ителә, таланттарҙы асыу буйынса кастингтар һәм башҡа махсуслашҡан акциялар үткәрелә.

«Дәүләт телдәрен өлгөлө ҡулланғаны өсөн» I Республика конкурсы. Жюри составында профессорҙар Е.Я. Яковлева һәм М.В.Зәйнуллин, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Г.Р.Ситдиҡова, РФ, БР халыҡ артисткаһы Т.Д. Бабичева

Мәктәп-студия тәрбиәләнеүселәренә телерадио сәнғәте оҫталарынан өйрәнәһе нәмә күп. Һүрәттә радиотапшырыуҙар студияһы директоры, диктор Фәнүр Йәғәфәров, алып барыусы, «Ашҡаҙар» каналы етәксеһе Миләүшә Ғәлиева, ТВ һәм радио академигы, Мәктәп-студия директоры Ш.Ғ. Ғилманова, радио һәм телевидение тапшырыуҙары алып барыусыһы Александр Кузьменко

Баш тауыш режиссеры Нил Дистанов, диктор Флүрә Мурзина, Мәктәп-студия директоры Шәүрә Ғилманова тыңлаусылар менән таныша

Мәктәп-студия, ҡәрҙәш уҡыу үҙәктәренең тәжрибәһен өйрәнеп, ДТРК ветерандары араһынан иң яҡшы белгестәрҙе һәм ошо өлкәләге билдәле проффессионалдарҙы педагогик һәм өйрәтеү эшмәкәрлегенә йәлеп итә.

Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород ҡалалары вуздары һәм тармаҡлы уҡыу үҙәктәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.

«СПбГУКиТ ҡарамағында радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институты» уҡытыусыһы И.Я.Волынский

«Образованные медиа» үҙәге уҡытыусыһы Денис Вишня

2005 йылдан 2008 йылға тиклем Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы аша 140 егет һәм ҡыҙ Санкт-Петербург кино һәм телевидение дәүләт университетына уҡырға инде, шуларҙың яртыһы маҡсатлы йүнәлтмә буйынса, шул иҫәптән ситтән тороп, белем ала.

Санкт-Петербургта тәүге тыңлаусылар

БР «Башҡортостан» ТРК ДУП Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы киләсәктә «Йәш журналист мәктәбе»н асыуҙы, абитуриенттар өсөн әҙерлек курстары, дистанцион уҡыуҙар ойоштороуҙы, уҡыу пособиеларын сығарыуҙы планлаштыра.

Курстарға заявка бланкын электрон почта аша йәки телерадиокомпанияға килеп яҙырға мөмкин.

Телерадио сәнғәте мәктәп-студия коллективы

Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы, журналист, БР «Башҡортостан» ТРК ДУП Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы директоры, Телевидение һәм Радио Евразия Академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури исемендәге республика премиялары лауреаты, 2010 йылда БР журналистарының ижади конкурсында «За выдающиеся владения словом» номинацияһында еңеүсе. Салауат педагогия училищеһын һәм Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған.

Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы радио хәбәрсеһенән алып телевидениеның баш мөхәрриренә тиклемге 35 йыллыҡ ижад дәүерендә Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының күп тарихи проекттарына нигеҙ һала. Төрлө темаларға яҡшы аралашҡан, башҡорт һәм рус телдәрендә иркен һөйләшкән универсаль журналист оҙаҡ йылдар «Профессияһы буйынса иң яҡшы» исемен йөрөттө, һөҙөмтәлә шәхси оҫталыҡ мәктәбен ойошторҙо. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Башҡортостан телевидениеһына тәүгеләрҙән булып теле-уйын, ток-шоу, теле-перекличка, телевидение капустниктары кеүек жанрҙарҙы индерҙе. Иртәнге « Сәләм» мәғлүмәт-музыкаль программаһын асты.Телефестивалдәр һәм конкурстар, юғары рейтинглы проекттар ойошторҙо. «Ай ҡыҙы» тәүге башҡорт телесериалының инициаторы, тәржемәсеһе һәм продюсеры. Ш.Ғилманованың «Йома» (Ислам тураһында), «Араларҙы яҡынайтып» (республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттар хаҡында), «Автограф»(сәнғәт эшмәкәрҙәре портреттары), «Замандаш» (дәүерҙең иң яҡшы кешеләре портреттары), «Йырым булһын бүләгем», дөйөм мәғлүмәт тапшырыуы кеүек авторлыҡ программалары 15 йылдан ашыу эфирҙа.

Уның етәкселегендә Республика архивын йыйыу, ревизия яһау, системаға һалыу һәм һаҡлау буйынса ҙур эш башҡарылды. ДТРК алтын фондында уның тарафынан төшөрөлгән һәм эфирға әҙерләнгән 500 ашыу телематериал: спектаклдәр, фильмдар, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни сараларҙан репортаждар, ҡатмарлы ҡуйылышлы телетапшырыуҙар, очерктар һәм төрлө телдәрҙәге сығыштар һаҡлана.

Ш.Ғилманова 30 йыл Мостай Кәрим ижадын өйрәнде. Бөгөн халыҡ шағиры иҫтәлеген мәңгеләштереү менән шөғөлләнә, «Мостайҙың алтын фонды» тип аталған проекттар серияһы авторы. Төрлө халыҡтарҙың әҙәбиәтен, сәнғәтен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, пропагандалауға бәйле күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ватан телевидениеһын үҫтереүгә индергән өлөшө Рәсәйҙең юғары почетлы исеме менән баһаланды.

Ш.Ғ.Ғилманова телевидениела эшләү менән бергә, ике тиҫтә йыл инде үҫеп килеүсе быуынға тәжрибәһен һәм белемен тапшыра. БДУ-ла журналистика кафедраһы асылғандан алып унда дәрестәр алып барҙы. Коллектив хеҙмәткәрҙәренең күбеһе – уның элекке студенттары. Хәҙерге көндә лә ДТРК һәм урындағы ТРК ижади коллективында өйрәтеү эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнеүен дауам итә.

2005 йылда Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһын булдырҙы. Уның етәкселегендә 28 белем биреү программаһы әҙерләнгән һәм «Башҡортостан» ТРК ДУП-на белем биреү эшмәкәрлеген рөхсәт иткән дәүләт лицензияһы алынған.

Киләсәктә йәш һәм яңы эш башлаусы тележурналистар өсөн Телеижадтың төп этаптары буйынса уҡыу пособиеһын яҙырға иҫәп тота.

Мәҙәниәт, сәнғәт, телетапшырыуҙар өлкәһендә ижади ҡаҙаныштары, шулай уҡ юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге уңыштары өсөн Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары һәм ижади союздарҙың Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Аҡсулпанова Әлфиә Әнүр ҡыҙы – төп белгес, Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты. «Киң мәғлүмәт сараларында һүҙ көсө», «Эшлекле аралашыу», «Киң мәғлүмәт сараларында конфликтлылыҡ» белем биреү курстары етәксеһе. «Өлкән класс уҡыусыларында гуманлылыҡ тәрбиәләү» темаһы буйынса диссертация яҡлаған. ДТРК тиклем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында һәм Башҡорт дәүләт университетында эшләгән.




Ғәлимова Ләлә Карам ҡыҙы – Мәктәп-студия методик кабинеты мөдире. Башҡорт педагогия институтының педагогика һәм психология факультетын тамамлаған. Һөнәре буйынса методист-психолог. Мәктәп-студия асылған көндән алып эшләй.




Мәмбәтова Әлиә Ринат ҡыҙы – төп белгес, мөхәррир, телерадио сәнғәте уҡытыусыһы. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында мөхәррир-музыка белгесе һөнәренә уҡып сыға. Мөхәррир-театр белгесе һөнәре буйынса Санкт-Петербург театр сәнғәте академияһын тамамлай. Санкт-Петербургта Рәсәй Сәнғәт тарихы институты аспирантураһында уҡый. З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыта.