SMS–викториналарҙа һәм SMS-тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашыу ҡағиҙәләре

1. Дөйөм ҡағиҙәләр

1.1. SMS–Чат, SMS–Викторина һәм SMS–Тауыш биреүҙә - артабан SMS–Интерактивта, Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе бәлиғ йәшкә еткән физик шәхестәр, кеҫә телефоны абоненттары – артабан Ҡатнашыусылар, ҡатнаша ала.
1.2. SMS–Интерактивты ойоштороусы: БР «Башҡортостан» ТРК ДУП.
1.3. SMS–Интерактивты техник хеҙмәтләндереүсе: ЯСЙ «Нком-проект».
1.4. SMS-Интерактивта ҡатнашыу Ҡатнашыусының уның шарттарын үтәүгә ризалығын аңлата.
1.5. SMS-Интерактив «БЮТ» телеканалының, «Юлдаш» һәм «Спутник ҒM» радиостанцияларының яңылыҡтар сығарылышынан һәм реклама блоктарынан башҡа, тапшырыуҙарында көн һайын үткәрелә.
1.6. SMS-Интерактив «БЮТ» телеканалын, «Юлдаш» һәм «Спутник ҒM» радиостанцияларын популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
1.7 .SMS-Интерактивта Ҡатнашыусы ойоштороусы тәҡдим иткән ҡыҫҡа номерға кодлы һүҙ һәм SMS–хәбәрҙең тексы менән SMS-хәбәр ебәрергә тейеш.

Ил

Номер

Префикс

Валюта

НДС-һыҙ SMS хаҡы

Рәсәй

1200

muzbazar

RUB

12,71

Рәсәй

2320

kupidon

RUB

8,47

Рәсәй

2320

mount

RUB

8,47

Рәсәй

2320

muzbazar

RUB

8,47

Рәсәй

2320

salyam

RUB

8,47

Рәсәй

2320

sled

RUB

8,47

Рәсәй

2320

sputnikfm

RUB

8,47

Рәсәй

2320

sulpylar

RUB

8,47

Рәсәй

4345

arslan

RUB

4,24

Рәсәй

4345

bala

RUB

4,24

Рәсәй

4345

studiya

RUB

4,24

Рәсәй

4345

tvdelo

RUB

4,24

Рәсәй

8889

DARYU

RUB

Мегафон - 41,61
МТС - 42,37
Билайн - 45,10

1.8. Бер SMS–хәбәрҙә символдар һаны: рус телендә - 70, латин телендә – 160.
1.9. SMS–хәбәрҙең хаҡы SMS–Интерактивта файҙаланылған ҡыҫҡа номерҙан тора.

2. SMS–Интерактив ҡағиҙәләре

2.1. Ҡатнашыусыларға мәғлүмәттәр, теле- һәм радиотапшырыуҙар барышында SMS-Интерактивта ҡатнашыу ҡағиҙәләрен телеэкранда график ысул менән күрһәтеү, шулай уҡ www.tv-rb.ru сайтында урынлаштырыу юлы менән еткереләсәк.
2.2. SMS–Интерактивта 18 йәше тулған, Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡатнаша ала. Улар исемлектә күрһәтелгән Операторҙар, йәки үҙ абоненттарына мәғлүмәт-күңел асыу хеҙмәте күрһәткән башҡа Операторҙар менән абонент килешеүе төҙөгән булырға тейеш.
2.3. SMS–Интерактивты үткәреү тәртибе: Викторинала ҡатнашырға теләгән абонент һорауға SMS яуап ебәрергә тейеш.
2.4. SMS–Интерактивта Ҡатнашыусыларҙың бөтә SMS–хәбәрҙәре, SMS–хәбәр ебәрелгән кеҫә телефоны һандары махсус мәғлүмәт базаһында һаҡлана, шулай уҡ модераторҙар тарафынан эшкәртелә.
2.5. Викторинала ҡатнашыу өсөн ебәрелгән SMS–хәбәрҙәр һаны сикләнмәй.
2.6. Номерға ебәрелгән SMS–хәбәрҙәр түләүле. Ҡатнашыусы тарафынан Номерға ебәрелгән бер SMS–хәбәрҙең хаҡы кеҫә телефоны Операторының тарифы менән билдәләнә.

3. Йомғаҡлау

3.1. SMS–Интерактив шарттары Интернетта www.tv-rb.ru сайтында һәм шулай уҡ башҡа реклама сараларында баҫыла.
3.2. Ойоштороусы SMS–Интерактив Ҡағиҙәләрен үҙгәртеүгә хоҡуҡлы. SMS–Интерактив ҡағиҙәләрен үҙгәртеү тураһында Ойоштороусы Ҡатнашыусыларға Интернет аша www.tv-rb.ru сайтында хәбәр итә.

Яндекс.Метрика