Киң мәғлүмәт саралары беҙҙең хаҡта

«Тамыр»   йәнә  «Включайся!»   халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивале ҡатнашыусылары араһында

Республика башҡорт лицей–интернатының   «Башҡорттар.ru»   йыйылма КВН-командаһы «Включайся!»  V Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивалендә ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә осто. Балаларҙың  «Тамыр» телерадиостудияһы делегацияһы составына эләгеүе осраҡлы түгел – улар «Включайся!» фестивалендә ике тапҡыр призер булған «Байтус» юмористик программаһы алып барыусылары һәм авторҙаштары.
http://www.bashinform.ru/news/276634/


Күләүектә лә күкте күреп була

Венера Әхмәт ҡыҙы Башҡортостан телевидениеһында егерме йылдан ашыу эшләй. Әгәр уның исемен Ҡытайҙа, Чехияла, Монте-Карлола, әһәмиәтле кинофестивалдәр үткән теләһә ниндәй Рәсәй ҡалаларында телгә алһағыҙ, һеҙгә, ошо һөйкөмлө, талантлы тележурналист менән аралашҡан кеше булараҡ, хөрмәт менән ҡараясаҡтар.
http://www.agidel.ru/?param1=24637&tab=7


Константин Толкачев «Ғәҙел һайлауҙар өсөн» тигән Килешеү төҙөргә  тәҡдим итте   

17 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк Сәйәси советы секретары Константин Толкачев БЮТ телеканалында рәсми белдереү менән сығыш яһаны. К.Б.Толкачевтың телмәре буласаҡ һайлауға әҙерлеккә, уны  республикала ғәҙел һәм асыҡ итеп үткәреүгә арналды.  
 http://www.gsrb.ru/News_GS/detail.php?ID=8990


БЮТ-да һәр сәғәт һайын яңылыҡтар сығарылышы

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар редакцияһы яңы тапшырыуҙар селтәренә күсте.
http://www.bashinform.ru/news/403650
 
Урал Рәшитовтан бүләк 

Иң популяр башҡорт хиты – «Тыуған яҡ» йырын ижад итеүсе композитор  БЮТ юбилейына бүләк яһаны. Ул телеканалдың «Глас закона»  тип аталған яңы проектына көй яҙҙы.
http://www.agidel.ru/?param1=24215&tab=7


Билдәле композитор БЮТ телеканалының «Глас закона»  проектына көй яҙҙы

- Яратҡан телеканалымда закон тураһында  яңы тапшырыу әҙерләнеүен, һәм  уға әлегә көй яҙылмағанлығын белеп ҡалдым, -тип һөйләй Урал Рәшитов. - Бер нисә көн көйҙөң ниндәй  булырға тейешлеген уйлап йөрөнөм: ул  бай, күп яҡлы, шул уҡ ваҡытта тапшырыу геройҙарының әңгәмәһенә ҡамасауламаҫҡа тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/395405/?utm_source=twitterfeed&utm_medium=...
 
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөгөн

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөгөн - үҙ йөҙө булған заманса телеканал. Уның киләсәге һәйбәт. Бында үҙ эшен яҡшы белгән профессионалдар эшләй. Милли канал булырға һәм ул үҙ халҡы өсөн эшләргә тейеш.
http://bonus-ufa.ru/glavnye-novosti/bst--10-let


БЮТ НТВ каналынан популярыраҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тышҡы яҡтан ғына түгел, эстән дә үҙгәрә. Октябрь башынан каналда яңы биҙәлеш һәм логотип буласаҡ. Логотиптың үҙ тарихы бар. Күп йылдар инде телевидение вышкаһында үҙ территорияһына  бер кемде лә яҡын килтермәйенсә ошо йыртҡыс ҡоштар оя ҡора.
http://proufu.ru/society/kanal-bst-v-bashkirii-populyarnee-ntv.htm


Башҡортостан юлдаш телевидениеһы: Элемтә һәм киң мәғлүмәт министрлығы ҡотлауы

Юбилей  алдынан Башҡортостан телевидениеһы тамашасыларына сюрприздар ойошторҙо. Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше иртәнге «Сәләм» программаһына яңылыҡ еткереп, «Сәләм, республика!»  проектында ҡатнаша алды.
http://pressarb.ru/news/1847/


«Спутник ҒM» БЮТ юбилейы менән ҡотланы (фото)

БЮТ телеканалының тыуған көнөн хеҙмәткәрҙәр Конгресс-холда билдәләне.
Ә радиотыңлаусылар өсөн  «Юлдаш»  һәм  «Спутник 107 ҒM» радио каналдары Салауат Юлаев майҙанында ҙур байрам ойошторҙо. Тамашасылар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр отто.
http://sputnik107.com/index.php/newsradio/6984-bf


Рөстәм Хәмитов БЮТ телекомпанияһын 10 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы 

21 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов БЮТ каналының ун йыллығына арналған байрам концертында булды. Сара Конгресс-холдың концерт залында уҙҙы.
http://www.presidentrb.ru/rus/press_serv/novosti/17505.html


Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективын 10 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. 

21 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһының 10 йыллығына арналған байрам кисәһендә ҡатнашты. Тантана Конгресс-холда барҙы, ә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда йәштәр өсөн популяр башҡарыусылар һәм радио алып барыусылары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо.
http://www.bashinform.ru/news/396966/


Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективын 10 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡотланы.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БЮТ коллективын юбилей менән ҡотланы һәм телеканалды ғаилә каналы, изгелекле, кешелекле канал тип атап, юғары баһа бирҙе.
http://kiziltan.ru/ru/news/obshestvo/5018.html


Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективын 10 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы.

-Ун йыл, ысынлап та, ҙур срок. Әгәр уны көндәр менән иҫәпләһәк, 3650 көн килеп сыға. Тәүлегенә 10 сәғәт эшләгәндә, 36 меңдән ашыу сәғәт була. Ә һеҙҙең коллективта  тәүлегенә 20-25-шәр сәғәт эшләгән кешеләр бар! Был бик ҙур һандар. Улар һеҙҙең эскерһеҙ, намыҫлы, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән тулы, -тине Рөстәм Хәмитов.
http://bashkortostan.ru/news/25043/


ИК-3 хөкөм ителеүселәре БЮТ телеканалына видеоклип һәм йыр бүләк итте.

3-сө Өфө холоҡ-төҙәтеү колонияһының «Возрождение»  телестудияһы ағзалары БЮТ 10 йыллығына үҙенсәлекле бүләк яһаны: улар YouTube сервисына компьютер графикаһы элементтары нигеҙендә  дүрт минутлыҡ видеоклип эшләп һалды. 
http://www.bashinform.ru/news/397410/


МХЛ Башҡортостан юлдаш телевидениеһын юбилей менән ҡотланы

БЮТ юбилейына арналған концертта МХЛ делегацияһы ла булды. Улар Нефтекамскиҙа МХЛ Cevrolet Беренселеген асыуҙа ҡатнашҡайны.
http://mhl.khl.ru/news/index.php?ELEMENT_ID=8231


БЮТ юбилейы алдынан  «Еҙем инәйҙәре»  репетицияһынан өҙөк
http://ufavremechco.livejournal.com/22788.html