Эфирное вещание

Башҡортостан Республикаһы менән  Силәбе өлкәһендә  Башҡортостан юлдаш телеканалы тапшырыуҙарын трансляциялаусы 346 эфир тапшырғысы эшләй.

Зона покрытия


Башҡортостан юлдаш телеканалын трансляциялау өсөн кабель телевидениеһы операторҙары менән килешеү төҙөлгән. Кабель телевидениеһы селтәрендә канал трансляцияһы республика буйынса - 128,064 мең, унан ситтә 394,423 мең кешене берләштерә.



«БЮТ» телеканалы, «Спутник ҒM» һәм «Юлдаш» радиоканалдары тапшырыуҙарын «INTELSAT 904» спутнигына көйләп ҡабул итергә була.



INTELSAT-15 спутнигы ярҙамында трансляциялау тапшырыуҙар биләмәһен күпкә киңәйтә. Күрһәтеү зонаһы Азия, Яҡын Көнсығыш һәм Рәсәй Федерацияһы территорияларын үҙ эсенә ала. Потенциаль аудитория ошо территорияла йәшәгән халыҡтың иҫәбенән сығып иҫәпләнә.



«Триколор ТВ Сибирь» пакетында «БЮТ» телеканалын трансляциялау тураһында килешеү төҙөлгән. Юлдаш аша Себер, Урал һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарына тапшырыуҙар күрһәтелә, ә был яҡынса миллионға яҡын кеше.



Интернет-тапшырыуҙар ойошторолған (Интернет хеҙмәтен тәҡдим итеүсе провайдерҙар менән килешеүҙәр төҙөлгән). Статистикаға ярашлы, интернет аша тапшырыуҙарҙы йылына уртаса 840 мең кеше, шул иҫәптән Европа, Азия, Африка илдәре ҡарай.

INTELSAT 904 КӨЙЛӘҮ

«БЮТ» телеканалы, «Спутник ҒM» һәм «Юлдаш» радиоканалдары тапшырыуҙарын «INTELSAT 904» спутнигына көйләп ҡабул итергә була.

«INTELSAT 904» СПУТНИГЫ

Канал: http://www.lyngsat.com/intel904/html

1.Ҡабул итеү йышлығы – 11,100625 ГГц;
2. Ҡабул итеү полярлығы – вертикаль;
3. Символ тиҙлеге – 4,106 Мсимв/сек.;
4. Модуляция – QPSK;
5. Кодлауҙың яҡынса тиҙлеге – 3/4;
6. Ҡабул итеү антенналарының кәрәкле диаметрҙары:

- шәхси ҡабул итеүҙәр өсөн – 0,9-1,2 м,
- профессиональ ҡабул итеүҙәр өсөн – 1,8-2,4 м.


РВ ретрансляторҙарға сигнал «INTELSAT 904» спутник – ретрансляторы аша тапшырыла. Ошо «БЮТ» тапшырыуҙары спутнигынан республика тапшырыуҙарын өйҙә ҡарау өсөн 0,9-1,2 м һәм артабан ретрансляциялау өсөн 1,8 м диаметрлы спутник антенналарына сигналдар ҡабул итергә мөмкин. Ҡабул итеү киңлеге Рәсәйҙең көнбайышынан (0,9м антеннаһы) Себер яҡтарына тиклем (1,8-2,4 м антеннаһы). Әлеге ваҡытта «Интелсат 904» спутнигы аша төрлө ТВ һәм РВ тапшырыуҙарын: Мир, НТВ, Кубань ТВ, Беларус ТВ, Ника ТВ, Нурлан һәм Канал 31 (Ҡаҙағстан) һәм бер нисә радиопрограмма ҡабул итеү мөмкинлеге бар.

INTELSAT 15 КӨЙЛӘҮ

Телеканал тапшырыуҙарҙы «INTELSAT 15» спутнигы ярҙамында 85° к.о. алып бара.
Спутникка көйләү параметрҙары:

1. Орбиталь позиция 85,2° к.о.;
2. Ҡабул итеү йышлығы – 12515,18 МГц;
3. Ҡабул итеү полярлығы – вертикаль;
4. Символ тиҙлеге – 3353 Мсимв/сек.;
5. Модуляция – DVB-S2 8PSK;
6. Кодлау – MPEG-4;
7. Кодлауҙың яҡынса тиҙлеге – 3/4.

БОНУМ-1 КӨЙЛӘҮ

Бонум-1 56° к.о. «Триколор-Сибирь» , «Оптимум» пакеттары;
Спутникка көйләү параметрҙары:

1. Орбиталь позиция 56° к.о.;
2. Ҡабул итеү йышлығы – 12 380 МГц;
3. Ҡабул итеү полярлығы – әйләнә буйынса;
4. Символ тиҙлеге – 27500 Ксимв/сек.;
5. Кодлау - MPEG-4;
6. Кодлауҙың яҡынса тиҙлеге – 3/4
Яндекс.Метрика