Зоопаркка күстәнәс менән кил!

Зоопаркка күстәнәс менән кил! 13.03.2015

Ағиҙел ҡалаһында туҡталыусы күсмә зоопарк ошо ҡағиҙә буйынса эшләй. Дөрөҫөрәге, бында экзотик хайуандарҙы ашатырға ла рөхсәт итәләр. Ситлектәге йәнлектәр ас, йәшәү шарттары ла насар.

Резеда Нуриманова зоопаркка хайуандарҙы күрергә түгел, уларҙы ашатырға йөрөй. Ағиҙел ҡалаһында йәшәүселәр ас торған хайуандарҙы йәлләп бында аҙыҡ-түлек килтерә. Икмәк, һөт, емеш-еләк... Ә бүреләрҙе колбаса менән һыйлайҙар. Зоопарк хеҙмәткәрҙәре быға ҡаршы түгел.  
Ғәҙәттә,  зоопарктарҙа ситлектәгеләрҙе һыйлау тыйыла. Сөнки уларҙың һәр береһенең үҙ рационы. Ә был тәгәрмәсле зоопаркта, киреһенсә...
Кешеләр һоҡланырға тейешле хайуанҡайҙар йәлләткес хәлдә. Былтыр  күсмә  зоопарк Бөрө ҡалаһында булғанда  муйын тиреһендәге йөнө ҡойолоп йәрәхәтләнгән дөйәне күреп күптәр борсоуға ҡалғайны. Башҡа януар- йәнлектәрҙә лә йәрәхәт эҙҙәре күренә. Ситлектәгеләрҙең сәләмәтлеген тикшергән ветеринар дөйәнең ысынлап та, ауырығанын билдәләне. Ашауҙы яҡшыртырға ҡушты.  
Закон буйынса хайуандарҙы тәрбиәләргә, санитар нормаларға ярашлы урында аҫырарға кәрәк. Был ҡағиҙә үтәлмәһә биш йөҙҙән егерме мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ситлеккә бикләнгән йән эйәләрен  килем  сығанағы булараҡ күргән зоопарк хужаларының битарафлығы аптырата. Социаль селтәрҙәрҙәге фотоларҙа  Стәрлетамаҡтағы  ошондай зоопаркта ла аяныслы хәл. Быйыл ҡыш унда  юлбарыҫ үлгән. Сират  дөйәгә еткән.  Пониҙы  бер ҡатын килеп ашатып йөрөй. Тиҙҙән уны һатырға йыйыналар.
Зоопарк  -  йәнлектәр күргәҙмәһе. Уны ҡараға килгән кешеләрҙең күңеле байып, хайуандар донъяһы менән танышып ҡайтырға тейеш. Емерелеп барған ситлектәр,   аунап ятҡан һауыт-һаба һәм хайуандарҙың  ауыр тормошон күреп  күптәрҙең йәне әрней. Ә көскә йән аҫыраған хайуандарҙың : «Ситлектә йәшәп булмай» тип әйтергә теле юҡ.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку