Журналистар  Өфөгә йыйылды 29.10.2014

Бөгөн баш ҡалала бөтә ил кимәлендә ойошторолған  «Рәсәй патриоттары» конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.  Быйыл ижади бәйгелә илдең 80-гә яҡын төбәгенән 3 мең тирәһе журналист ҡатнашҡан. Финалға иң лайыҡлы материалдар һайлап алынған.  Башҡортостан лидерҙар исемлегендә.  Журналистарҙы абруйлы конкурста еңеү менән Рәсәйҙең матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлығы етәксеһе Михаил Сеславинский, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов  тәбрикләне.  

Алыҫ һәм яҡын Украина. Иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан «Телеүҙәк» тапшырыуы  Украиналағы ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалманы.   Февраль айында Азамат Әлмөхәмәтов алып барған  программала эксперттарҙың да, ябай кешеләрҙең дә фекерҙәре яңғыраны. Тапшырыу Украина халҡының кисерештәрен аңларға, уларҙың ҡайғыһын  үҙ йөрәгең аша үткәрергә мәжбүр итте. Шуға күрә  лә   тап  ошо сығарылыштың «Рәсәй патриоттары» конкурсы еңеүе  осраҡлы түгел. Был  ижади  команданың еңеүе, ти Азамат Әлмөхәмәтов.
«Рәсәй патриоттары»  конкурсы 2003-сө йылдан алып ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә ижади бәйгелә   илһөйәр, халыҡсан тапшырыуҙар эшләгән, мәҡәләләр яҙған меңдәрсә журналист үҙ көсөн һынап ҡараған.  
Быйыл «Рәсәй патриоттары» конкурсына илдең 80-гә яҡын төбәгенән 3 мең тирәһе  ижади эш ҡабул ителгән. Уларҙың 500-ҙән ашыуы финалға һайлап алынған. Башҡортостан федераль матбуғат сараларынан ҡала иң алдынғы баҫҡыста килә.
Республиканан финалға 32  ижади эш үткән, еңеүселәр исемлегендә иһә 8 журналист.   Улар араһында  радио-телевидение журналистары ла, матбуғат баҫмалары хәбәрселәре лә бар.  Мәҫәлән «Юлдаш» йыр-моң каналы  Бөйөк Еңеүгә арналған  тапшырыуҙар шәлкеме өсөн бүләкләнде.  
Журналистар әйтеүенсә,  тыуған төйәгенә, халҡына һөйөү тәрбиәләгән, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған  мәҡәлә-тапшырыуҙар бик кәрәк. Тап улар йәш быуында  йәшәгән ерен хөрмәт итергә өйрәтә, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ижади эштәрҙең юғары кимәлдә баһаланыуы иһә яңы эҙләнеүҙәргә этәргес яһай.
Был сараның әһәмиәте хаҡында һүҙ бөгөн Республика етәксеһенең  матбуғат һәм киң коммуникациялар  буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Михаил Сеславинский  менән осрашыуында ла барҙы. Рөстәм Хәмитов был конкурсты юғары баһалап, бар яҡлап та ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.  Был конкурс артында  Ватаныңа, халҡыңа, ғаиләңә һөйөү һалынған, ти ойоштороусылар.
Михаил Сеславинский, матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе: «Тәүҙә беҙ, журналистар  конкурстың яңғырауыҡлы исеменән баҙап ҡалыр тип уйлағайныҡ, әммә шикләнеүҙәребеҙ  тәүге йылда уҡ юҡҡа сыҡты. Ижади бәйгегә  матбуғат саралары дәррәү ҡушылды. Башҡортостан илһөйәрлек тойғоһо тәрбәиләүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәпәп үтергә кәрәк. Республика федераль  журналистарҙан ҡала лидерҙар исемлегендә».
Быйыл конкурста тәүге тапҡыр  Ҡырым менән Севастополдән дә   журналистар ҡатнашҡан. Дуҫлыҡ ептәре нығый бара.  Ә  йылы мөнәсәбәттәр,  илһөйәрлек тойғоһо көн дә эфир тулҡындарына сыҡҡан һәм ташҡа баҫылған  тапшырыу-мәҡәләләрҙән дә үрелә.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика