Журналистарға лайыҡлы награда

Журналистарға лайыҡлы награда 08.07.2014

Бөгөн Рөстәм Хәмитов Рәсәй телеканалының Башҡортостандағы корпункты журналистары - хәбәрсе Азамат Сәлихов менән оператор Сергей Шелепинды Украинаға командировка ваҡытында һөнәри бурыстарын башҡарғанда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Өфө корпунктының ижади төркөмө Донецк ҡалаһында ошо йылдың апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем эшләп, тамашасыларға ундағы хәүефле хәлдәр тураһында тулы мәғлүмәт еткереп торҙо. Был командировка хеҙмәттәштәребеҙҙең ҡыҙыу нөктәләргә тәүге сәфәре генә түгел. 2011 йылда улар Иглин районының Урман һәм Удмуртияның Пугачево ҡасабаларындағы шартлау һөҙөмтәләрен бөтөрөү барышын сағылдырҙы. Азамат Сәлихов менән Сергей Шелепин икеһе лә Өфө корпунктында 2000-се йылдар башынан эшләй. Уларҙы күптәр ысын профессионалдар, матур күңелле кешеләр, тип белә. Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәттәштәребеҙҙе юғары дәүләт наградаһы менән ысын күңелдән ҡотлай һәм уларға киләсәктә лә яңы ижади үрҙәр теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 
Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку