Журналист  Гөлнур Ишбулатова Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына тәҡдим ителде 08.09.2014

Баймаҡ телевидениеһы һәм радио тапшырыуҙары студияһы етәксеһе, билдәле журналист Гөлнур Ишбулатова Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителде.

Хеҙмәттәшебеҙ 20 йылға яҡын инде республиканың электрон мәғлүмәт сараларында - тәүҙә Сибай телевидениеһында, һуңынан  Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм «Юлдаш» радиоһында уңышлы эшләй. Абруйлы премияға ул  «Атайсал» исемле радио тапшырыуҙар шәлкеме менән дәғүә итә. Бынан ике йыл элек Гөлнур Азамат ҡыҙы тыуған яғына юлланып, Баймаҡ телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар студияһын етәкләне. Ижади коллектив төбәк тормошон Баймаҡ телевидениеһы эфирында ғына түгел, Башҡортостан юлдаш телеканалы экрандарында яҡтыртыуға күп көс һала. Һәләтле журналист етәкләгән коллектив ҡала һәм райондың хеҙмәт алдынғылары, уңған кешеләре, ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм мәҙәни тормошо тураһында тиҫтәләрсә видеояҙмалар әҙерләй. Премияға тәҡдим ителгән «Атайсал»  радиотапшырыуҙар шәлкемендә лә Гөлнур Ишбулатова  тыңлаусыларын ябай ауыл кешеләре, яҡташтар тормошо, уларҙың уй-ниәттәре, рухи донъяһы менән таныштыра. Быйыл Баймаҡта Башҡортостан юлдаш радиоһының филиалы асылыуы журналистың ижади офоҡтарын тағы ла киңәйтте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика