Земфира хәҙер Өфөлә йәшәй 27.11.2014

Әммә һүҙ эстрада йондоҙо хаҡында  түгел. Баш ҡалалағы зоопарк хужалары кескәй бенгаль юлбарыҫына  билдәле яҡташыбыҙҙың исемен биргән. Һирәк осрай торған был йәнлек Екатеринбургтан алып ҡайтылған. Быйыл  июнь уртаһында донъяға килгән йәнлекте Өфө зоопаркы  ягуарға алмаштырып алған.  

Земфира дүрт айлыҡ ҡына булыуға ҡарамаҫтан, бик уҫал. Зоопарк хужалары әйтеүенсә, йәнлекте инәһенән иртә айырғанда ғына ҡулға эйәләштерергә мөмкин. Ә был бенгаль юлбарыҫы инәһе янында оҙаҡ торған. Кешеләр менән уртаҡ тел тапҡан йәнлектәрҙе цирк ареналары көтһә, Земфира кеүек ҡырағайҙар зоопарк ситлектәренә эләгә. Әле Өфөлә бенгаль юлбарыҫының тағы берәүһе бар, әммә ул үтеп барышлай ғына, йәғни күсмә зоопарк менән килгән. Аҡлы-ҡаралы бенгаль юлбарыҫы - һирәк осрай торған йәнлектәрҙең береһе. Ул 70-се йылдар уртаһында яһалма ысул менән сығарылған. Әле был төр Рәсәйҙең дүрт ҡалаһындағы зоопарктарҙа ғына бар, Өфө - бишенсеһе. Бенгаль юлбарыҫы төҫө менән генә түгел, кәүҙәһенең ҙурлығы менән дә айырылып тора. Мәҫәлән, өс йәшлек ошо йәнлек 250-300 килограмм тирәһе тарта. Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан Өфө зоопаркы ла, ваҡытлыса Первомайский паркында туҡтаған күсмәһе лә эшҡыуар Владимир Айвазяндыҡы. Ул ситлектәрҙәге һәр бер йәнлек, хайуан йәки ҡош хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Эшҡыуарҙың ике йөҙгә яҡын ҡырағай дуҫтары бар, уларҙың күбеһе халыҡ-ара «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Владмир Айвазян йәнлектәр өсөн стационар зоопарк булһын ине тигән теләктә.
Владимир Айвазян, зоопарк директоры: «Беҙ йәнлек-хайуандарҙы яҡшы итеп ҡарайбыҙ, сифатлы ит, витаминдар ашатабыҙ. Шуға күрә лә уларҙың йөнө ялтырап тора, килгән белгестәр һәр ваҡыт аптырап ҡайта. Әммә йәнлектәргә киңлек, уңайлыҡтар кәрәк. Өфөнөң үҙ зоопаркы булырға тейеш. Мин бар йәнлек-хайуандарымды уларға тапшырырға, тәжрибәм менән уртаҡлашырға ризамын».
Өфөлә зоопарктарҙан тыш вольер ҙа бар. Ул Урмансылар паркында урынлашҡан. Бында ла тиҫтәнән ашыу төр йәнлек-хайуандар йәшәй. Әммә вольерға килеүселәр әйтеүенсә, ситлектә тороусыларҙы йәлләп йөрәк өҙөлә. Урын тар, хәрәкәт итерлек ер юҡ, ситлектәр алыҫ урынлашҡан, кескәйҙәр күрерлек түгел. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән күрше Һамар, Силәбе, Пермь, Ҡазан ҡалаларының барыһында ла зоопарктар бар. Халыҡ әйтеүенсә, Өфө лә ошо исемлектә лайыҡлы урын алырға тейеш. Был, бер яҡтан, йәнлектәргә уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ итһә, икенсенән, халыҡ өсөн үҙенсәлекле ял үҙәге буласаҡ. Ә балалар өсөн тере зоология китабы.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика