Заманыбыҙ геройы

Заманыбыҙ геройы 13.10.2014

Һәр төбәк үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурлана. Улар рәтендә ғәҙәттә, актерҙар, фән әһелдәре, сәйәси эшмәкәрҙәр була. Ә бына Хәйбулла районының Первомайское ауылы халҡы яҡташтары Фәнис Миңлешевты ҡәҙерләп иҫкә ала. 82-се йылда тыуған егет, әрме хеҙмәтенән һуң контракт нигеҙендә ҡыҙыу нөктәгә эләгә. Хәрби бурысын үтәгән ваҡытта үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, етәкселеге тарафынан гел маҡтауға өлгәшә. Контракты тамамланыуға өс ай ҡалғанда, сираттағы операцияла командирын ҡотҡарырға тырышып, яҡташыбыҙ һәләк була.

Хаттың тәүге юлдарынан уҡ әсәнең күҙҙәре йәшкә  тула. Алты йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, бала ҡайғыһы баҫылмай, ти Венера Миңлешева. Уның ғәзиз улы, контракт буйынса хеҙмәте инде бөттө тигәндә генә Ингушетияла һәләк була. Егет командирын ҡотҡарырға тырышҡан. Хеҙмәте ваҡытында ул йәшел беретҡа һынау үтеп, тиҙ арала инструктор булып китә, йәш һалдаттарҙы хәрби тормошҡа әҙерләй. Фәнисте ерләргә килгән хеҙмәттәштәре уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алған.
Венера Миңлешева: «Һуғыш яланынан яңылыҡтарҙы күрәм дә, улыма әйтә торғайным: «Атыш булһа, һин арттараҡ боҫоп йөрө тип»…
Билдәле булыуынса, шәхесте тәрбиәләү бала саҡтан уҡ башлана. Бала ниндәй идеалдарға ынтылып үҫә, артабан да уның тормошо ошо принциптарға буйһона. Уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән Фәнисте уҡыған мәктәбендә лә тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алалар. Синыф старостаһы, уҡыу алдынғыһы, иптәштәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер ине тип хәтерләйҙәр уны белем усағында.
Тыуып үҫкән ауылы өсөн Фәнис Миңлешевтың тормош юлы өлгө булып тора. Патриотик тәрбиә дәрестәрендә, хәҙер инде хаҡлы ялдағы уҡытыусылар мәктәп балаларына уның тураһында һөйләй, йәнле миҫалдар килтерә. Фәнистең яуаплы, етди булыуы, кесеһен- олоһон берҙәй ихтирам итеүе беҙҙе таң ҡалдыра ине, ти улар.
Герой иҫтәлегенә тыуған мәктәбендә иҫтәлекле стенд булдырып,  таҡтаташ ҡуйылған. Иң йылы хәтирәләр әлбиттә, кешеләрҙең хәтерендә һаҡлана. Фәнис Миңлешевтың батырлығы  дәүләт наградаһы менән билдәләнгән. Ләкин яҡындары һәм ауыл халҡы, хәүефкә ҡарамай командирын ҡурсалап алып ҡалырға тырышҡан егеткә Рәсәй Геройы исемен биреү ҙә артыҡ булмаҫ ине тигән фекерҙә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика