Замана уңайлыҡтары

Замана уңайлыҡтары 03.11.2014

Һуңғы арала уҡырға яратыусылар ҡулында электрон китаптарҙы йыш күрергә тура килә. Унда башҡортса ла уҡып буламы икән тигән һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындырғандыр. Юҡ икән шул. Китаптарҙы электрон вариантҡа күсереү эше әле башланып ҡына тора.

Әлфиә Хамматова китап уҡырға ярата. «Заман башҡа, заң башҡа» тигәндәй, нәфис әҙәбиәт һөйөүсенең ҡулында китаптың электрон ҡоролмаһы. Тап ошо техника аша ул Ватан, донъя әҙәбиәте менән таныша. Әммә милли китаптарҙың электрон вариантта булмағанлығы бер аҙ күңелде ҡыра, сөнки теләгән баҫманы табыу мөмкин түгел. Ә һатыуҙа улар бөтөнләй юҡ, ти ул.
Был бигерәк тә Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн көнүҙәк. Мәсьәләне улар үҙенсә хәл иткән. Санкт-Петербургта уҡыусы йәштәр, мәҫәлән, «Башҡортса электрон китапхана» төҙөргә ҡарар иткән. Башҡорт телендә ижад ителгән китаптарҙың сканер аша күсермәһен интернет селтәренән эҙләп, уларҙы дөйөмләштереп, сайт төҙөргә ҡарар иткән. Ваҡыты еткәс, сайтҡа тура тоташтырып эшләй торған ios һәм android платформалары өсөн йөкләмәләр төҙөләсәк.
Әлеге көндә был башланғыс менән йөҙгә яҡын волонтер шөғөлләнә, берәүҙәре күсерһә, икенселәре мәғлүмәт эҙләй. Әммә күптәрҙең сканерҙары булмағанлыҡтан, эш артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Быға ирекмәндәрҙең күберәк булыуы шарт. Башҡорт Википедияһын миҫалға алғанда, ул да шулай уҡ милли телгә битараф булмаусылар ярҙамында тормошҡа ашырылды. Тиҙҙән 10 йыллыгын туйлаясаҡ проект донъя селтәрендә башҡорт теленең барлығын тағы бер ҡат раҫланы. Уңайлылығын да халыҡ шунда уҡ һиҙҙе. Башҡортса Википедия авторҙарының береһе Рөстәм Нурыев, был асыҡ, ирекле энциклопедияла кеше үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте алып ҡына ҡалмай, уны тулыландырып, төрлө темаға фекер алышып, бәхәстәрҙә лә ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе, тип билдәләй.
Ләкин китаптың тулы күсермәһе менән шөғөлләнеүселәр юҡ тип әйтеп булмай. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананы ғына миҫалға алғанда, улар был ысулдың кәрәклеген тойоп, баҫманы, ваҡытлы матбуғатты ла сканер аша үткәрә. Башҡортса ирекле энциклопедия кеүек үк, электрон китапхананың төҙөлөүен халыҡ төрлөсә ҡабул итә. Бигерәк тә был яңылыҡты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов китап уҡыусы өсөн бик ҡулай тип иҫәпләй.
Шулай ҙа республиканың ҡайһы бер яҙыусы-шағирҙары быға кире ҡарашта. Улар ташҡа баҫылған китапты уҡыу яҡлы. Яҙыусыларҙың китап тиражына ҡарап гонорар алыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың был ҡарашын аңларға мөмкин. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға баҫманың күсермәһен эшләүгә ни бары 20 генә автор ризалығын биргән.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку