Закон һағында тынғыһыҙ хеҙмәт 10.11.2016

Бөгөн Рәсәй полицияһы көнө. Халыҡ тыныслығы, йәмәғәт тәртибе һағында тороусыларға йыш ҡына һөнәри байрамдарын эш  урынында  билдәләргә тура килә.

Уның эше хәүефле лә, ауыр ҙа. Башҡа эттәр шикелле ул туп артынан йүгермәй. Бурҙар баҫтырыу, енәйәтселәрҙе тотоу, шикле әйберҙәрҙе асыҡлау хоҡуҡ һағында торған эттәрҙең көндәлек шөғөлө. Икенсенән ул хужаһына тоғро дуҫ та. Кинолог Эмиль Мәҡсүтов көн дә район автовокзалында махсус өйрәтелгән эте менән йәмәғәт урынын тикшерә.  Халыҡтың күпләп йыйылған урынында тәртип һаҡлау маһмай ярҙамында күпкә еңелерәк, ти полиция хеҙмәткәре.  
Район полицияһы эше ҡаланыҡы менән сағыштырғанда күпкә айырыла. Төбәктәрҙә эшләүсе хоҡуҡ һаҡсыларына халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләү, уның көндәлек мәшәҡәттәрен дә хәл итергә тура килә. Райондарҙа  сифатһыҙ спиртлы эсемлектәр менән сауҙа  итеү, мал урлау осраҡтары ла йыш теркәлә.  Баймаҡ районының хоҡуҡ һаҡсылары быйыл иллегә яҡын мал ҡыуып алып китеү осрағын тикшергән.
Райондарҙа юл -патруль инспекторҙарына ла ауырға тура килә. Экипаждар бер нисәү генә, ә тәртип һаҡлауға тапшырылған биләмә ҙур. Йоҡларға ла ҡатймаған осраҡтар була, ти инспекторҙар.
Ә бит уларҙың да үҙ ғаиләләре, йортта көтөп торған балалары, яҡын кешеләре бар. Улар ҙа йәшәйештең бар йәмен тойоп,  тулы тормош менән йәшәргә хоҡуҡлы. Таш яуһа ла, ҡар яуһа ла, алһыҙ-ялһыҙ тәүлек әйләнәһенә тәртип һәм хоҡуҡ һағында тороусыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бындай тынғыһыҙ яуаплы эштә бары тик сабыр холоҡло, намыҫлы, ғәҙел кешеләр генә хеҙмәт итә ала, тине полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотлап Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Шулай ҙа һөнәри байрам хоҡуҡ һаҡсылары өсөн тыныс ял өсөн форсат түгел. Улар һәр саҡ уяу һәм халыҡ хәүефһеҙлеге, йәмғиәт тыныслығы ,тәртип һағында.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика