«Забельский» аэродромы, әйтерһең дә, телняшка кейҙе 02.08.2016

8 март ҡасабаһы эргәһендәге яланға бөгөн десантсылар йыйылды.  Зәңгәр береттарҙың күплегенән  аэродром тотошлайына  аҡлы- күкле төҫкә инде. Ә  инде десантсылар девизы эргә-тирәләге ауылдарҙы ла яңғыратты. «Беҙҙән башҡа береһе лә түгел».

«Зәңгәр береттарҙы» юҡҡа ғына ҡанатлы пехота  тимәйҙәр. Уларҙың хәрби хеҙмәте мотлаҡ самолеттар һәм парашюттар менән бәйле. Һәр десантсы тиерлек  хеҙмәт иткән мәлендә кәм тигәндә бер мәртәбә парашют менән һикерә. Был тәьҫораттар оноторлоҡ түгел. Зәңгәр беретҡа тоғролоҡ, «Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел» девизы мәңгелек ,ти улар.
Һауа десанты иң йәш ғәскәр булыуға ҡарамаҫтан, элиталы һанала. «Зәңгәр береттар» ватан һағында һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Иң ҡыҙыу нөктәләргә лә тәү сиратта десантсылар оҙатыла. Шуғалыр ҙа ҡанатлы пехотала хеҙмәт итеүселәр дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарына тоғро ҡалып йыл да хеҙмәттәштәре, яуҙаштары менән осрашып тора.
Өфөлә һауа десантсылары байрамының төп өлөшө ғәҙәттәгесә, Забельский аэродромында үтте. Майҙанда  ҡул һуғышы һәм парашют спорты буйынса күрһәтмә сығыштар, төрлө ярыштар һәм конкурстар, патриотик йөкмәткеле концерт программаһы ойошторолдо. Күптәр өсөн хәҙер был көн ғаилә байрамына әйләнгән.
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө быйыл да ойошҡан шарттарҙа үтте. Зәңгәр беретлылар  Затон биҫтәһендә хәрби хеҙмәтен үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсылары һәйкәленә сәскәләр һалды. Урам буйлап тәртипһеҙләнеп йөрөү, фонтандарҙа һыу инеү кеүек күренештәр хәҙер юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика