Зәмзәм шишмәһе

Зәмзәм шишмәһе 21.07.2014

Илеш районынының Үрнәк ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң сафҡа ингән шишмә шулай тип атала. Күптән көткән ваҡиғаны ауылдаштар байрам ойоштороп билдәләне.

Яңы шишмәне күрергә бөтә ауыл халҡы йыйылды. Урындағы үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ауылдаштарҙы шишмә янында сәхнә ҡороп шатландырҙы. Һыу сығанағының яңы һулыш алыуын ауыл халҡы күптән көткән. Зәйтүнә Сәфиуллина кеүек ағинәйҙәр был ваҡиғаға айырыуса шат.
Урындағы халыҡ тау-таш араһынан урғылып сыҡҡан инеште «Зәмзәм» шишмәһе тип йөрөтә. Ҡасандыр халыҡ өсөн берҙән-бер һыу сығанағы булған, ҡоролоҡ йылдарында дым тотҡан изге урындың исеме осраҡлы түгел. Шуға ла үрнәктәр ауылда йәшәүсе һәр кем өсөн ҡәҙерле шишмәнең тирә-яғын төҙөкләндереп, ял итеү урыны ла эшләп ҡуйырға ҡарар иткән. Хәҙер инде шишмә тирәһен ағастан эшләнгән матур һындар биҙәп тора. Эште башлап ебәреүсе Вел Ҡәҙерғолов әйтеүенсә, сығанаҡты төҙөкләндереү артабан да дауам итәсәк.
«Төҙөкләндерелгән шишмә» төбәк программаһына ярашлы, быйыл Илеш районында ғына19 шишмә сығанағы тәртипкә килтерелә.  Зәмзәм шишмәһендә хәҙер йәш килендәр һыу башлаясаҡ. Тимәк, ауылда тормош дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Салават
23.07.2014 14:49:36
Бик матур чишмэ.Зур итеп рэхмэт бу чишмэне ясаучыларга,чишмэ ачу тантанасын оештыручыларга. Ауылда урамгада су уткэрсэлэр бик яхшы булыр иде.

Возврат к списку


Яндекс.Метрика