Һыйыр өсөн холоҡ төҙәтеү эштәренә 10.11.2015

Ҡырмыҫҡалы районында оло йәштәге ханымдың ҡураһынан һуңғы һыйырын алып сығып киткән коллектор хеҙмәткәренә ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде. Суд залында ғәйепләнеүсе малды алыпһатарға осһоҙға ғына һатып ебәреүен дә йәшермәне. Иҫбатлаусы ҡағыҙҙар булмағас, был күрһәтмәнең дөрөҫлөгөн раҫлау мөмкинлеге юҡ. Шуныһы асыҡ – «Бурыстарҙы йыйыу агентлығы»ның элекке хеҙмәткәренә язаһыҙ ҡалманы.

Әлмира Нурмөхмәтова янында балалары булмаһа, суд коридорында  уҡ йығылыр ине, моғайын. Асыҡланыуынса, улының банк алдындағы бурысы өсөн тартып алынған быуаҙ һыйырын коллекторҙар ни бары 10 мең һумға һатып өлгөргән.
Суд ултырышы инде өсөнсөгә үтә. Тик юғары юридик белемле Әлмир Шәрифуллин һаман да ғәйебен танырға ашыҡмай. Йәнәһе лә барыһы ла килешеү буйынса башҡарылған. Алдан расписка ла яҙыла. Зыян күреүсе ҡатын һәм шаһиттар ғына башҡа фекерҙә - коллекторҙар һыйырҙы алып китер алдынан ике тапҡыр йорт хужаларына килеп, газды, утты һүндереү, ерҙе тартып алыу менән янай. Ҡурҡытыу алымдарын ҡуллана.
Хәҙер, ҡатын тынысланһа ла була. Суд ултырышында  26 йәшлек ир ғәйепле тип танылды. Алдан да «Мутлашыу» статьяһы буйынса шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгәнгә күрә, ул  йыл ярымлыҡ холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк.  Бынан тыш, матди зыян килтергәне өсөн Әлмира Нурмөхәмәтоваға  44 мең һум аҡса түләргә тейеш.
Эльдар Әхмәтов, адвокат:  «Хөкөм ҡарарын ғәҙел тип иҫәпләйем. Шулай ҙа киләсәктә бындай күренештәр ҡабатланмаһын өсөн, яза тағы ла ҡатыраҡ булырға тейештер. Беҙҙең илдә бурыстар өсөн милекте йә мөлкәтте тик суд ҡарарына ярашлы һәм ни бары суд приставтары ғына тартып алыу хоҡуғына эйә».
Адвокат Эльдар Әхмәтов билдәләүенсә, ҡулда тейешле дәлилдәр булғанда, мәкерле уйлыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа ауыр түгел. Хоҡуҡтар өсөн көрәшеү мотлаҡ.
Депутаттар ҙа коллекторҙарҙың эшмәкәрлеген закон менән көйләргә кәрәк тигән ҡарашта. Башбаштаҡлыҡ булырға тейеш түгел. Әлмира Нурмөхәмәтованың иһә берҙән бер һыйырһыҙ тороп ҡалыуы был башланғыстың ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте.
Бурыстарҙы ҡайтарыу хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың  эшсе төркөмө ултырышында ла тикшерелде. Ҡырмыҫҡалыла теркәлгән осраҡтан һуң, халыҡтан күп ялыуҙар, шылтыратыуҙар, хаттар килгән.
Мәсьәләгә  федераль кимәлдә  иғтибар бүлеү мөһим тигән фекерҙә депутаттар. Коллекторҙарҙың баш баштаҡлығын бары тик Дәүләт Думаһында ҡабул ителгән закон менән генә сикләргә  мөмкин тип билдәләй улар.  Әлмира Нурмөхәмәтова  иһә  4 айға һуҙылған тартҡылашыуҙың һөҙөмтәле тамамланыуына шатланып бөтә алмай. Уның өсөн ғәҙеллек урынлаштырылды. Тиҙҙән ул яңы  һыйыр һатып алырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика