Йыш ҡына авария хәлендәге йорт хужалары яңы фатирға күсереүҙәрен йылдар буйы көтә 08.08.2015

Ә Ишембай ҡалаһының Бульвар урамында йәшәүселәр, киреһенсә... Уларҙың йорттары емерек хәлдә тип танылһа ла, милекселәр был ҡарар менән килешмәй. 2011 йылдан йорттарын һүтмәүҙәрен һорап төрлө ведомстволарҙың тупһаһын тапай, хаттар яҙа.

Һәр кем үҙенең фекерен әйтеп өлгөрөргә тырыша. Бульвар урамында урынлашҡан ошо өс йортта йәшәүселәр бер нисә йыл өйҙәренең емерек хәлдә түгел икәнен иҫбатлай алмай. Бойондороҡһоҙ экспертиза ла үткәргәндәр. Тикшереү йортто 30 процентҡа туҙған тип таныған.
Тыштан ҡарағанда йорттар төҙөк. Урындағылар әйтеүенсә, яңыраҡ ҡына бында электр селтәрҙәре, торбалар алмаштырылған. Бәхәс 2011-се йылда башлана. Ведомстволар араһындағы комиссия Ишембай ҡалаһындағы авария хәлендәге йорттарҙы тикшереп акт төҙөй. Исемлеккә Бульвар урамынан бер нисә торлаҡ инә. Уларҙың ҡайһы берҙәре ысынлап та, ярым емерек хәлдә. Ләкин 32, 32 А һәм 34-се йорттар ҡарап тороуға төҙөк кеүек.
Был Бульвар урамы 30а йортоноң ҡыйыҡ аҫты. Ишембай ҡала хакимиәте фатир хужаларына биргән актта та ул емерелә башлаған тип яҙылһа ла, күреүегеҙсә түбә таҡталары серемегән, етешһеҙлектәр ҙә күренмәй.
Ишембай ҡала хакимиәте проблема менән яҡшы таныш. Ләкин улар документ нигеҙендә эшләй. Ведомство араһындағы комиссия йортто таушалған, ауып бара тип тапҡан икән, тимәк, шулай. Бынан тыш, Бульвар урамында йәшәүселәр фатирҙы ҡала ситендә фатир бирерҙәр тип борсола. Ләкин был мәғлүмәтте Ишембай ҡала хакимиәте кире ҡаға.
Мәсьәләне хәл итеү өсөн Бульвар урамында йәшәүселәргә судҡа мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Әгәр ҙә суд йорттарҙы авария хәлендә түгел тип тапһа, Бульвар урамындағы өс йорт программанан алынасаҡ.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика