Йырҙар мәңгелек

Йырҙар мәңгелек 10.05.2017

Өфөнөң «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында тарихи реконструкция ойошторолдо. Тамашасылар үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәренең 1943 йыл ваҡиғаларын сағылдырыуын ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Хәрби ялан лагеры. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бында яралы һалдаттар госпитале. Уларға яҡындарынан хат-сәләмдәр менән артистар килеп төшә. Йөк машинаһы - сәхнә. Фронт бригадаһы артистары һалдаттарҙы еңеүгә дәртләндерер өсөн тасуири итеп шиғыр уҡый. Ә шағирҙарҙың һәр һүҙе  фронттағы һалдаттар өсөн халыҡ наказы булып ишетелә, батырлыҡтарға рух­ландыра. Был тамашаны ҡараған ҡала халҡы дәһшәтле һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булды.
Үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре хәрби костюмдарҙы үҙҙәре теккән. Уларҙың һуғыш йылдары тураһында рухлы йыр-бейеүҙәре йәшен дә, олоһон да тетрәндерҙе. Әйткәндәй, мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған тамашала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре әүҙем ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика