Йылытыу миҙгеленә әҙерлек

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек 03.08.2015

Башҡортостанда 14 мең километр һыу торбалары һәм 4 мең километр йылылыҡ селтәрҙәре алмаштырыласаҡ. Эште 15 сентябргә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.

Баш ҡалала 6 мең километрҙа торбалар алмаштырылған. Әле Өфөнөң Дим биҫтәһенең Ухтомский урамында ҡыҙыу эш бара. Урамда районды йылылыҡ менән тәьмин итеүсе  торбалар үтә. Уларҙың оҙонлоғо ике километрҙан ашыу. Республикала торбаларҙы алмаштырыуҙа заманса технология ҡулланыла. Әгәр элек йылылыҡ селтәрҙәре 10 йылдан сафтан сыҡһа, хәҙер 25 йылға тиклем хеҙмәт итәсәк.  
Максим Петров, Өфө инженер селтәрҙәре генераль директоры: «Тәүҙә селтәрҙәргә көслө баҫым ебәреп, ундағы етешһеҙлектәрҙе ҡарайбыҙ.Бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан торбалар булған участкаларҙа капиталь ремонт уҙғарабыҙ. Торбаларҙы алмаштырғанда, диаметрҙары ҙурыраҡ булғандарын ҡуябыҙ. Был яңы ҡулланыусыларҙы өҫтәргә ярҙам итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку