Йылдар аша ҡайтырмын

Йылдар аша ҡайтырмын 14.07.2015

Республиканың эҙәрмәндәр  отрядтары Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында ятып ҡалған һалдаттарҙың һөйәктәрен тыуған яғына ҡайтарыу  буйынса күп эш башҡара. Шәхестәре  медальондар буйынса ғына асыҡланған  яугирҙарҙың  туғандарын табыу ҙа ҡатмарлы мәсьәлә. Ошоға бәйле, эҙәрмәндәр, ярҙам һорап, халыҡҡа мөрәжәғәт итә.

Валерий Волков, Рәсәй эҙәрмәндәр отрядының төбәк бүлексәһе етәксеһе: «Әле беҙ Мәскәү, Ленинград өлкәләрендә, Керчь ҡалаһында һәм Белоруссия ерендә табылған һалдаттарҙың туғандарын эҙләйбеҙ. Был медальондар күсермәһе Белоруссияла табылған. Улар дүртеһе лә Башҡортостан вәкилдәренеке. Берәүһе Белорет районы, өсәүһе Әбйәлилдән. Белорет һалдатының туғандары табылды, Әбйәлилдәрҙең туғандары ла килеп сығыр, тип өмөтләнәбеҙ».
Сит яҡтарҙа табылған һалдаттарҙың исемлеге менән эҙәрмәндәрҙең сайтында танышырға була. Яҡындарын танығандар экранда күрһәтелгән номер буйынса шылтырата ала.
т.  89610519983

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку