Йыл ташсыһы 10.07.2014

Баш ҡалала Волга буйы округының иң яҡшы ташсыһы билдәләнә. Конкурста округтың 8 төбәгенән төҙөүселәр ҡатнаша.

Салауат Мәҡсүтов таш эшенең нескәлектәрен энәһенән ебенә тиклем белә. Төҙөлөш тармағына 30 йылдан ашыу ғүмерен арнаған оҫта һайлаған һөнәренә ғашиҡ. Әлеге ваҡытта ул йорт төҙөлөшөндә мастер булып эшләй. Бәйгегә бригадаһы менән килгән. Төҙөлөштә яңылышырға ярамай, иғтибарлы булырға кәрәк, ти ул.
Ташсылар бәйгеһендә барлығы 11 команда ҡатнаша. Һәр командала мастер менән бергә 3 кеше. Конкурс шарттары буйынса, төҙөүселәр 3 сәғәт эсендә кирбес стена ҡалҡытырға тейеш. Һуңынан жюри ағзалары уларҙың оҫталығын һәм кирбес һалыу технологиялары үтәлешен баһалай.
Ташсылар бәйгеһенең маҡсаты - йәштәрҙә төҙөүсе һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм йәмғиәттә был һөнәр эйәләренең абруйын күтәреү. Конкурста ҡатнашыусы һәр оҫта тәүҙә үҙенең төбәгендә иң яҡшы ташсы исеменә лайыҡ булған. Бәйге тамамланғас, еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика