«Йыл кешеһе – 2014»

«Йыл кешеһе – 2014» 26.12.2014

Фиҙаҡәр хеҙмәте, ҡаҙаныштары менән  башҡаларға өлгө булырҙай шәхестәр бөгөн Республика Йортонда  тәбрикләнде. «Республика Башҡортостан» гәзите ойошторған бәйгелә 11 ватандашыбыҙ йыл кешеһе тип билдәләнде. Уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.  

Мартта үткән паралимпия уйындарында Шишмә районы Ҡалмаш ауылы егете Азат Ҡарасуриндың уңышына барлыҡ республика халҡы ҡыуанғайны. 18 йәшлек егет 12 саҡрым ярым арауыҡҡа йүгереүҙә финиш һыҙығын дәғүәселәренән бер минутҡа алдараҡ, беренсе булып үтте. Улының уңыштарын ата-әсәһе даими күҙәтеп барҙы.
Тыумыштан уҡ ҡул суғы булмаған егетте тренер  Әмир  Ғүмәров үҙ ҡанаты аҫтына ала. Башҡортостан тренеры Рәсәй йыйылма командаһын да әҙерләй. Быйылғы паралимпия уйындарында республиканан 4 спортсы лайыҡлы урын яуланы.  
Ҡаҙаныштары өсөн Әмир Әбүбәкир улына «Республика  Башкортостан» гәзите «Йыл кешеһе» призын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында табип, төҙөүсе, рәссам, эшҡыуарҙар бар. Улар барыһы ла лайыҡлы хеҙмәте һәм тырышлығы менән  республика үҫешенә үҙ өлөшөн индергән. Эшҡыуар Наил Рәжәпов үҙ аҡсаһына тыуған районында әүҙем ял өсөн шарттар тыуҙырһа, төҙөүсе Рәбис Сәлихов авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңыларына күсереүгә күп көс һалған.
Гәзит фекере буйынса 2014 йылдың  иң лайыҡлы  кешеләре менән Республика Президенты ла осрашты. Бүләкләнеүселәр киләсәккә пландары менән бүлеште, теге йәки был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтар тураһында һөйләне.  Һеҙҙең кеүек кешеләр еңел булмаған заманда төбәккә таяныс булып тора, тине Рөстәм Хәмитов.
Гәзит булдырған премия рәсми награда булмаһа ла, Яңы йыл алдынан ҡаҙаныштарҙы билдәләү һәр хеҙмәтсән өсөн оло ҡыуаныс. Сөнки тантанаға килгән кешеләр ниндәйҙер дәрәжә алыу өсөн түгел, намыҫ ҡушыуы буйынса тыуған иленә хеҙмәт итә. Ул хеҙмәт яратҡан эшеңде лайыҡлы башҡарыуҙан башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика