Йыл башында республикала хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 3 миллион 4 йөҙ мең тәшкил иткән

Йыл башында республикала хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс  3 миллион 4 йөҙ мең тәшкил иткән 14.04.2015

Был күрһәткес үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1 миллион һумға күберәк. Уның ҡарауы, эш хаҡын тотҡарлаусы предприятиелар һаны кәмегән. Был турала республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында белдерҙеләр.

Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы кәметеү республиканың өс яҡлы комиссияһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше. Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берекмәһе һәм республика  хөкүмәте уны «Башҡортостанда лайыҡлы эш урындары»  программаһына нигеҙләнеп  тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә былтыр эшһеҙҙәр һанын кәметеүгә өлгәшелгән. Ә бына рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр, киреһенсә, үҫә генә. Шулай уҡ хеҙмәт хаҡы буйынса һуңғы арала бурыстар ҙа арта, ти профсоюздар. Был әлбиттә, тотош илдә күҙәтелгән финанс ауырлыҡтарға бәйле. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ағзалары мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән төрлө саралар күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку