Йыл башынан  Республикала уттыҙҙан ашыу  янғын сығыу  осрағы теркәлгән, утта өс кешенең ғүмере өҙөлгән 05.01.2017

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефһеҙлеге буйынса быйылғы йылда тәүге рейд үткәрҙе. Рейд барышында шәхси йорттарҙа йәшәүселәр  электр һәм газ ҡорамалдары менән ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тәртибе тураһында иҫкәртелде. «Солнышко» баҡсасылар ширкәтендә йәшәүсе  Петр Лаврентьев иртә менән ҡунаҡтарҙы көтмәгән. Әммә ул махсус кейемдәге хеҙмәткәрҙәрҙе шат ҡаршыланы.

Хаҡлы ялдағылар,мөмкинлектәре сикләнгәндәр,бәлиғ булмаған балалары булған ғаиләләр айырым иҫәптә. Һигеҙ йәшлек Елисей олатаһына ҡунаҡҡа килгән. Ул янғын хәүефһеҙлеген үтәргә кәрәклек хаҡында бик яҡшы белә.
Янғын һүндереүселәр артабын йорт ҡаралтыларын тикшерҙе. Мунсаның мейесе алдына ҡалай тимер һәм яҡтыртыу лапмочкаһына плафон ҡуйырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртеләгән хужа, етешһеҙлектәрҙе бөгөн үк теүәлләп ҡуйырға вәғәҙәләне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика