Йыл башынан Өфөлә мутлашыу өлкәһендә ҡырҡҡа яҡын енәйәт теркәлгән

Йыл башынан Өфөлә мутлашыу өлкәһендә ҡырҡҡа яҡын енәйәт  теркәлгән 26.07.2017

Шуларҙың яртыһы хаҡлы ялдағыларҙы газ йәки социаль хеҙмәткәрҙәр булып алдау осрағы. Баш ҡала  райондарының береһендә улар бер фатирҙан ғына 70 мең самаһы аҡса алып сығып китә. Мутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә? Газ хеҙмәткәрҙәрен аферистарҙан нисек айырырға?

Бер бешһәң, һыуыҡ һыуҙы ла өрөп эсәһең тигәндәй, Нина Зимина беҙҙең ишек ҡағыуҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырҙы. Һөйләшеүҙәргә бары участковый хеҙмәткәренең үтенсенән һуң ғына риза булды. Тик барыбер ҙә өйөнә индермәне. Хаҡлы ялдағы ханымды аңларға була, бер йыл эсендә ул ике тапҡыр мутлашыусылар тоҙағына эләгә. 50 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

Мутлашыусылар күрше йортта йәшәүсе Гөлсөм Әбделнасированың фатирын да урап үтмәй. Ханым бер нисә минут эсендә "ҡара көн"гә тип йыйып барған 70 мең аҡсаһын юғалта.

Зыян күреүсе ике ханым да мутлашыусыларҙы бер үк һүрәтләй: ике ҡыҙ, береһе оҙонораҡ. Схема күптәргә таныш: улар үҙҙәрен газ хеҙмәткәрҙәре инеп таныта. Йәнәһе лә фатирҙағы ҡоролмаларҙы тикшерергә кәрәк. Зыян күреүселәр хәтерләүенсә, был ваҡытта ишек асыҡ ҡалған, хужабикәләрҙе ике мутлашыусы ҡыҙ хәбәргә алдаштырғанда, өсөнсөһө инеп аҡсаларҙы урлай.

Мутлашыусылар Дим районында урынлашҡан бер нисә фатирға инә. Әммә күптәр ҡыҙҙарҙа газ хеҙмәткәрҙәренең махсус кейеме булмауға шикләнеп ҡарай.

Шулай ҙа мутлашыусылар артҡан һайын, төп башына ултырыусылар һаны ла кәмемәй.

Ысынлап та, белгестәр мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн ябай ҡағиҙәләргә иғтибар итергә саҡыра. Хеҙмәткәр күк формала булырға тейеш. Өфө халҡын "Газпром" йәмғиәте хеҙмәтләндерә, был ҡаланы  газ менән тәьмин итеүсе берҙән-бер рәсми ойошма.

Әгәр ҙә абонеттарҙа тикшереү ваҡытында ниндәйҙер шик тыуа икән, "газпром"
йәмғиәтенең ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ һорауҙарҙы сайтта яҙып ҡалдырыу мөмкинлеге бар.

Теркәлгән ҡырҡлап эштең бары һигеҙе генә асыҡланған. Ә мутлашыусылар һәр ваҡыт төрлө ысулдар таба. Уларҙың тоҙағына, ғәҙәттә, иң тәүҙә хаҡлы ялдағылар эләгә. Был хәлдән һуң, алданыусылар кешеләргә ышанысын юғалта. Тере миҫал, Нина Зимина. Ә бит  хеҙмәткәрҙәр ысынлап та тикшереү үткәргән ваҡытта ханымдың ишекте асыуы икеле. Был осраҡта хәлдең аҙағы бөтөнләй күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика